Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Сентябрь , 10:40

Үҙәк кеше ғүмерҙәре өсөн көрәшә

Республика етәкселегенең ул саҡтағы өлгөрлөгөн, етеҙ эш итеүен, төҙөүселәрҙең оперативлығын баһаламау һәм заманса үҙәк эшмәкәрлеге менән яҡындан танышмау мөмкин түгел.

Үҙәк кеше ғүмерҙәре өсөн көрәшә

Зубов ҡасабаһында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә шундай ҙур, бөтә уңайлыҡтар булдырылған үҙәк төҙөп ҡуйырҙар тип кем уйлаған? Төҙөү – бер, ә йөҙ палатаны, шул иҫәптән 82 боксты һәм 18 реанимацияны,  заманса технологиялар, аппараттар, медицина кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырыу, 400-гә яҡын урын булдырыу ғәйәт мәшәҡәтле эш тә баһа!  Әгәр ҙә ул ваҡытында төҙөлмәгән булһа, һаулыҡ һаҡлау системаһының ниндәй хәлдә булыу ихтималлығын күҙ алдына килтереүе лә хәҙер ауыр.

Әлбиттә, дауаханаға бер кемгә лә эләгергә яҙмаһын, шулай ҙа республика етәкселегенең ул саҡтағы өлгөрлөгөн, етеҙ эш итеүен, төҙөүселәрҙең оперативлығын баһаламау һәм заманса үҙәк эшмәкәрлеге менән яҡындан танышмау мөмкин түгел. Тәүлек әйләнәһенә ҡабул итеүсе ике бүлексә, реанимация һәм диагностика бүлексәләре, лаборатория, дарыухана, йоғошһоҙландырыу һәм стерилләү бүлексәләре урынлашҡан.

– Үҙәк заманса ҡорамалдар – 70-тән ашыу үпкәне яһалма елләтеү аппараттары, компьютер томографы, күсмә рентген аппараттар, реанимация өсөн ҡорамалдар комплексы һәм башҡа күп төрлө юғары технологиялы камералар, машиналар менән йыһазландырылған, – ти дауахананың баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов.

Биләмә шартлыса “таҙа” һәм “бысраҡ” зоналарға бүленгән. Ашығыс ярҙам машиналары өсөн  һәр боксҡа айырым инеү урыны булдырылған. Барыһы ла сир таралыуы хәүефен кәметеү өсөн ентекле уйланылған. Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн йәшәү һәм ял итеү урындары булыуы бик уңайлы. 46 урынға иҫәпләнгән ятаҡ һәм ашхана эшләй.  Әлеге ваҡытта бында 375 хеҙмәткәр пациенттарҙың ғүмере һағында тора. 400-гә яҡын урынды пациенттар биләгән. Дарыуҙар һәм шәхси һаҡланыу саралары етерлек, ти табиптар. Туҡланыу аутсорсинг буйынса ойошторолған, аҙыҡ-түлек герметик ҡаптарҙа килтерелә.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова