Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Сентябрь , 15:15

Тиҙлек бөгөн мөһим күрһәткес

Республикабыҙҙа Зубов ҡасабаһында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында тиҙ төҙөү технологияһы ярҙамында ҡалҡып сыҡҡан дауаханаларҙың  ыңғай эш һөҙөмтәһе тураһында бөгөн икеләнмәй һөйләргә мөмкин.

Тиҙлек бөгөн мөһим күрһәткес

Илдә яңы коронавирус инфекцияһы таралыу менән йоғошло ауырыуҙар дауаханалары төҙөү тураһында һүҙ башланды. Тиҙ ҙә, сифатлы ла булһын. Республикабыҙҙа Зубов ҡасабаһында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында тиҙ төҙөү технологияһы ярҙамында ҡалҡып сыҡҡан дауаханаларҙың эш һөҙөмтәһе тураһында бөгөн икеләнмәй һөйләргә мөмкин.

Тиҙлек бөгөн мөһим күрһәткес. Дауаханалар бығаса булмағанса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙер булды. Икенсе өҫтөнлөгө – бөтә бокс  бүлексәләре араһында бәйләнеш булдырылыуы, дөйөм коридорҙар пациентты реанимацияға йәки КТ-тикшереүенә  йәһәт кенә илтергә мөмкинлек бирә.

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко республикалағы йоғошло ауырыуҙар госпиталенә юғары баһа бирҙе.

– Объектты төрлө профилдә ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Бик уйлап төҙөлгән. Клиниканы төрлө инфекциялар, төрлө профилдәр өсөн файҙаланып була. Архитектура сиселеше грамоталы уйланылған. Проекттарҙың 55-60 көндә тормошҡа ашырылыуы бик яҡшы миҫал, –тигәйне ул республикаға килгәнендә.

Учреждениелағы ауырыуҙар бер-береһенә сирҙе йоҡтормаһын өсөн уларҙы бокстарға урынлаштырыу  ыңғай һөҙөмтә бирә. Бокс тамбур, ванна, санузел, палата һәм шлюздан тора. Ауырыуҙы урамдан тамбур аша боксҡа индерәләр. Табип ауырыу эргәһенә шлюз аша үҙәк коридорҙан инә. Медицина хеҙмәткәрҙәре тап ошо шлюзда сисенеп кейенә, ҡулдарын йыуа.

– Санитар транспорт менән килтерелгән ауырыуҙы айырым бокстарҙа ҡабул итәләр, уларҙан айырым сығыу юлдары бар.  Инфекция таралыуына юл ҡуймау өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған, – ти клиниканың баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов.

Яңы госпиталдәр төҙөлгәндән алып республикабыҙға тәжрибә уртаҡлашыу өсөн тиҫтәгә яҡын төбәктән вәкилдәр килде.  Проектты хупланылар, юғары баһаланылар.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова