Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Сентябрь , 09:00

Һыҙланғанда - һарымһаҡ майы

Ҡайһы ваҡыт уны ҡулланырға? Был турала - яҙмала...

Һыҙланғанда - һарымһаҡ майы

Йәш өҫтәлә барған һайын быуындар менән проблема арта бара. Күп осраҡта һыҙланғанда ауыртыуҙы баҫыусы дарыу төймәләре эсергә, уколдар эшләтергә тура килә. Бындай осраҡҡа ла халыҡ дауаһы бар, әлбиттә, уны сир ныҡлы тамыр йәймәгәндә ҡулланыу һөҙөмтәле.


Түбәндә рецепт.
300-400 грамм һарымһаҡты таҙартып, ит турағыс аша үткәреп, бер литрлы банкаға һалабыҙ һәм өҫтөнә таҙартылмаған сифатлы үҫемлек майы ҡоябыҙ. Уны ике аҙнаға ҡараңғы урында ултыртырға кәрәк. Был ваҡыт эсендә һарымһаҡты болғатып торабыҙ. Ошо юл менән һарымһаҡ майы килеп сыға. Ике аҙнанан һуң уны һөҙәбеҙ һәм ул ҡулланырға әҙер.
Майҙы һыҙлаған урынға һеңдереп һөртөп, өҫтөн йылы әйбер менән нығытып ҡуябыҙ. Беренсе ҡулланғандан уҡ ауыртыу баҫыла. Дауаланыу ваҡыты - ике ай. Еҫе, әлбиттә, ҡырҡыу, тик һаулыҡ мөһимерәк.
Һарымһаҡ майы - склерозға ҡаршы уникаль сара. Һыланған урында ул тиренән эскә үтеп, ҡан әйләнешен яҡшырта, шуның менән организмды һауыҡтырыуға көйләй.
Һарымһаҡ майы табандағы тупаҫланған тирене лә йомшарта.

Фото:coream.ru

Автор:Аклима Гизатуллина