Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Сентябрь , 22:45

Йәш табиптан - етди кәңәштәр

"Комбинезондар элеккесә ауыр тойолмай, күҙлектәр ҙә ҡыҫмай, көсөргәнешле эш режимына ла өйрәндек, тик..."

Йәш табиптан - етди кәңәштәр

Зубов ҡасабаһындағы йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһында бөгөн йәш, көслө табиптарҙың эшләүе - ғәҙәти хәл. Коронавирус эпидемияһы осоронда улар оҙаҡ йылдарға етерлек мул тәжрибә тупланы.

Хәҙер бында иң ныҡыш, өлгөр, кеше хәленә битараф булмаған оло йөрәкле йәштәр хеҙмәт итә. Араларынан береһе - Артем Гаврилов яңы госпиталь төҙөлөп бөтөү менән ошонда ең һыҙғанып эш башланы. Көҙгө мәлдең инфекционистар өсөн ҡатмарлы булыуы билдәле, киҫкен респираторлы вируслы сирҙәр баш ҡалҡыта, аҙаҡ киҙеү һағалай... Өҫтәүенә әлегә коронавирустың китергә иҫәбе юҡ, тимәк, табиптарға тынысланырға иртә.

"Октябрь айында вируслы сирҙәрҙең артыуы көтөлә, быға үҙебеҙҙе әҙерләйбеҙ. Пандемия башланған осорҙа хәл бик ҡатмарлы ине, хәҙер барыһына ла күнектек, комбинезондар ҙа элеккесә ауыр тойолмай, күҙлектәр ҙә ҡыҫмай, көсөргәнешле эш режимына ла өйрәндек, тик юғалтыуҙарға ғына күңел күнегә алмай, – ти госпиталдең В4 боксында эшләгән Артем Гаврилов. – Вирус холҡон үҙгәрткән һайын дауалау протоколы ла үҙгәрә, хәҙер инде уның 12-се версияһына таянабыҙ".

Табиптар ҙур көсөргәнеш менән эшләүен дауам итә. Тәүлек әйләнәһенә ауырыуҙар килтерелә, ҡаты сирлеләр 24 сәғәт буйына хәстәрлеккә мохтаж. Һәр палатаға кислород үткәрелеүе ғүмерҙәрҙе һаҡлай. Артем Сергеевич яңы госпиталдәге пациенттар һәм табиптар өсөн булдырылған уңайлыҡтарҙы һанап бөтә алмай, “ысын мәғәнәһендә йоғошло ауырыуҙар клиникаһы”, ти ул. Уның бер ҡатлы булыуы, лифт юҡлығы, дауаханала сир таралыуына сик ҡуйылыуы эш шарттарын яҡшырта. Быға тиклем ул 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында хеҙмәт иткән. “Эш бик күп, айырыуса ҡағыҙ мәшәҡәте, уныһы ла  бик мөһим, әлбиттә”, – ти табип.

“Күҙәтеүҙәремдән сығып, шуны әйтә алам: вакцина яһатығыҙ, прививка ҡаҙатҡандар ауырыуҙы еңелерәк үткәрә. Табиптар үҙҙәре прививка эшләтмәһә, сирлеләргә ярҙам итә лә алмаҫ ине. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн тап һеҙҙең вакцина яһатыуығыҙ кәрәк”, – ти табип Артем Гаврилов.

Фото шәхси архивтан.

Автор:Дина Арсланова