

Рәсәй Хөкүмәте коронавирустан вакцина яһатҡандарға аҡса ебәрә башланы. Президент Владимир Путин 10 августа прививка яһатҡандар өсөн дәртләндереү лотереяһы тураһында ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Бөгөн тәүге 500 еңеүсе билдәле булды.
Рәсәй Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, тәүге еңеүселәрҙең исемдәре бонусзаздоровье.рф сайтында көн дауамында хәбәр ителәсәк. Еңеүселәр рәтендә булыу-булмауығыҙҙы тикшереү өсөн прививка сертификаты номерын ярашлы юлға индерегеҙ. Бынан тыш, приз тураһында мәғлүмәт Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетта буласаҡ, ә мобиль ҡушымтаһын файҙаланыусыларға push-хәбәр киләсәк. Аҡса автоматик рәүештә ярты йыл эсендә еңеүсенең “Мир” картаһына киләсәк. Тағы ла 500 еңеүсенең исеме 14 октябрҙә билдәле буласаҡ.
Фото: "Башинформ".