Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Сентябрь , 11:00

Һәр пациент өсөн – 200 һум

Был түләүҙәр 2021 йылдың 27 авгусынан 31 декабренә тиклемге осорға ҡағыла.

Һәр пациент өсөн – 200 һум

Башҡортостанда табиптарға һәр вакцина яһатҡан пациент өсөн 200-әр һум аҡса түләргә уйлайҙар.

Табиптарға дәртләндереүсе түләүҙәр тураһындағы ҡарар проекты Һаулыҡ һаҡлау министрлығының сайтында баҫылып сыҡҡан. Проекттан күренеүенсә,  был түләүҙәр 2021 йылдың 27 авгусынан 31 декабренә тиклемге осорға ҡағыла. Документта әйтелеүенсә, 200 һумдың 40 һумы  пациенттың ирекле рәүештә ризалығы һәм анкетаһы, 80 һумы – вакцина яһатҡан өсөн, ҡалған 80 һумы прививка алдынан пациентты тикшереүе һәм күҙәтеүе өсөн һалынған.

Финанслау федераль һәм төбәк бюджеттарынан башҡарыласаҡ. Аҡса эш хаҡы менән бергә район коэффициентарын иҫәпләп түләнәсәк.

 

Фото:”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова