

Өфөнөң Октябрь районында балаларҙы абилитациялау өсөн үҙенсәлекле нейростудия асылды. Был – “Үҙенсәлекле балалар” хәйриә фонды проекты. 500 квадрат метр майҙанда гидрореабилитация, ҡаяға үрләү, сенсор-динамика, тренажер залдары, арт-терапия, яҡтыртыусы картиналар залдары урынлашҡан.
“Биш йыл дауамында беҙ балалар менән абилитация үткәрәбеҙ һәм баш мейеһе мөмкинлектәре сикләнмәгәнен күрәбеҙ, бөтәһе лә улар менән нисек шөғөлләнеүгә бәйле, – тине фонд директоры, “Һөйөклө сабый” абилитация үҙәген асҡан Фәйрүзә Латипова. – Бала мәғлүмәтте тойғолар, тире, күҙҙәр, хәрәкәт, ишетеү, еҫ һиҙеү органдары аша алғанда, нейрон бәйләнештәре йәһәтерәк барлыҡҡа килә. Нейростудияла бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар”.
Абилитация үҙәге һәм нейростудия “Башнефть” компанияһы ярҙамында барлыҡҡа килгән. Уны асыу тантанаһында “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин һәм башҡалар ҡатнашты.
“Абилитацияны индереү проблемаһы Башҡортостанға ғына түгел, бөтә Рәсәйгә хас. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы беҙгә ярҙам итеп, был йүнәлеште үҫтерергә мөмкинлек бирә, – тип билдәләне сығышында Каринэ Хәбирова. – “Һөйөклө сабый” үҙәге миҫалында абилитация хеҙмәте системаһын күрергә мөмкин, уны һәр поликлиникаға, республиканың һәр районына индерергә була. Был йәһәттән барыбыҙға бергә эшләргә кәрәк”.
Ленара Иванова әйтеүенсә, республикала 18 111 инвалид бала йәшәй. Был һан ай һайын арта бара, шул иҫәптән нервы һәм психик тайпылыштары булған сабыйҙар ҙа. Улар өсөн нейростудиялар бик мөһим. Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, балалар өсөн абилитация өлкәһендә закондар сығарыу ҙа мөһим, сөнки “абилитация” төшөнсәһе мотлаҡ медицина страховкаһына ҡағылмай.
“Һаулыҡ һаҡлау системаһына абилитацияны поликлиникалар, дәүләт медицина учреждениелары өсөн мотлаҡ исемлеккә индереү проблема тыуҙыра, – тип билдәләне Эльвира Айытҡолова. – Шуға күрә беҙгә республика һәм ил кимәлендә закондар сығарыу өҫтөндә эшләйһе бар - абилитацияға ихтыяж ҙур. Мәҫәлән, “Һөйөклө сабый” үҙәгендә ғинуар айына тиклем сират”.
Фото: VK.com