

16 сентябргә алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы республикала 322 балаға ҡуйылған. 89 бала ковид-госпиталдә дауалана. Һуңғы тәүлектә генә 64 баланың сирҙең йоҡтороуы асыҡланған. Ике мең бала табиптар күҙәтеүе аҫтында, уларҙа сиргә ҡарата шик бар.
Оператив штабтың хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә 316 кешенең сирҙе йоҡтороуы, 15 ауырыуҙың вафат булыуы билдәле. Республикала бөтәһе 61 930 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторҙо. Һуңғы тәүлектә 307 пациент һауыҡҡан. Вакцинаның тәүге компонентын 1 231 652 кеше эшләткән, икенсе компонентын 1 114 626 кеше алған. Әле республикала киҙеүҙән вакцина яһатыу бара.
Фото:Горобзор.