

Республика дауаханаларының матди-техник базаһы яңырыуын дауам итә.
Архангел үҙәк район дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу төбәк программаһына ярашлы, заманса һанлы флюорография аппараты алды.
Аппарат күкрәк ситлегендәге органдарҙы диагностик тикшереү һәм сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн тәғәйенләнгән. Үпкәне, умыртҡаның күкрәк өлөшөн, ҡабырғаларҙы, йөрәкте ныҡлап тикшерә, тайпылыштарҙы асыҡлау һәм үлем осраҡтарын кәметеүҙә ярҙамы ҙур.
Ҡорамалды урынлаштырыу алдынан флюорография кабинеты әҙерләнгән, яңы аппарат монтажланған һәм файҙаланыуға тапшырылған. Яңы заманса аппаратта эшләү өсөн белгестәр әҙерләнгән. Рентген-лаборант Альберт Ғәҙелшин һәм табип-рентгенолог Илдар Бәширов ошо йылдың 1 авгусынан 600-ҙән ашыу пациентты ҡабул итергә өлгөргән.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 осраҡҡа тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу бурыстарын тормошҡа ашырырға кәрәк.
- Динә АРЫҪЛАНОВА.