

Арпа – күҙ ҡабағының эренле елһенеүе. Тәүҙә ҡабаҡ эргәһе шешеп ҡабарып тора, бер аҙҙан эренле шеш барлыҡҡа килә. Ул ауыртып сығырға мөмкин, бер аҙна тирәһенән үҙенән-үҙе юғалыуы ла бар.
Нилектән сыға һуң арпа? Иң тәүҙә шәхси гигиена талаптарын теүәл үтәмәгәнлектән. Шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты сирҙәре йә эстә ҡорттарҙың булыуы, иммунитеттың түбәнәйеүе, матдәләр алмашыуының боҙолоуы сәбәпсе булырға мөмкин. Арпа башланып торған ғына саҡта, йәғни ҡабаҡ тирәһе ҡыҙара башлағанда түбәндәге халыҡ ысулдарын ҡулланырға һәм уның барлыҡҡа килеүенән ҡотолорға мөмкин.