Сәләмәт булайыҡ
17 Сентябрь 2021, 07:45

Һайлау көндәрендә медицина ярҙамы көсәйтелә

Берҙәм тауыш биреү көнөндә халыҡҡа ваҡытлы һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм кеше күп йыйылған ерҙә санитар хәүефһеҙлекте тәьмин итеү әмәле күрелә. 

Һайлау көндәрендә медицина ярҙамы көсәйтеләҺайлау көндәрендә медицина ярҙамы көсәйтелә
Һайлау көндәрендә медицина ярҙамы көсәйтелә

Берҙәм тауыш биреү көнөндә халыҡҡа ваҡытлы һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм кеше күп йыйылған ерҙә санитар хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм медицина ойошмалары етәкселәре тарафынан дежурлыҡ ойошторола.

Амбулатор-поликлиника подразделениеларында саҡырыуҙар ҡабул итеү, шул иҫәптән кисектергеһеҙ медицина ярҙамы түбәндәге режимда ойошторола:

17 сентябрҙә – эш көнө графигы буйынса;

18 сентябрҙә – шәмбе графигы буйынса 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем ( шул иҫәптән кисектергеһеҙ ярҙам 16.00 сәғәткә тиклем);

19 сентябрҙә – шәмбе графигы буйынса 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем саҡырыуҙар ҡабул итеү ойошторола, шул иҫәптән кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтелә.

 2021 йылдың 17-19 сентябрендә үткәрелгән һайлауҙар менән бәйле һорауҙар буйынса БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә мобилизация әҙерлеге һәм ойоштороу бүлегенә шылтыратығыҙ: +7 (347) 218-00-72. E-mail: omp6.mz@bashkortostan.ru

2021 йылдың 17-19 сентябрендә һайлауҙар үткәреү  менән бәйле сараларҙан медицина ярҙамы буйынса мәғлүмәттәр, резонанслы ваҡиғалар тураһында хәбәрҙәр өсөн: Башҡортостан Республикаһы Һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенә (+7 (347) 286-58-21, тәүлек әйләнәһенә). E-mail: ufa.rssmpmk.cmk@doctorrb.ru

Фото:БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас