

Донъяла пандемия хакимлыҡ итә. Рәсәйҙә һәм республикабыҙҙа вакцина ярҙамында мәкерле вирустың таралыуын туҡтатыу өсөн көсөргәнешле эш бара. Тик кешенең һаулығын ҡаҡшатҡан, ғүмерен ҡыйған сирҙәр бер коронавирус ҡына түгел. “Көтөлмәгән ҡунаҡ” арҡаһында планлаштырылған диспансерлаштырыу, медицина тикшеренеүҙәре, операциялар кисектерелә, сирҙәр аҙа.
Республикабыҙҙа 2019 йылдан эш башлаған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының ете төбәк программаһы ошондай шарттарҙа нисек тормошҡа ашырыла? Яңыраҡ республика Хөкүмәтендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының үтәлеше буйынса киңәйтелгән ултырышта ҡайһы күрһәткестәр буйынса эштәрҙең ҡәнәғәтләнерлек бармауы, ниндәй сәбәптәр ҡамасаулауы тураһында һүҙ барҙы. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әлегә тейешле күрһәткестәргә өлгәшелмәгән туғыҙ йүнәлешкә төп иғтибарҙы йүнәлтте. Борсоған мәсьәләләрҙең береһе – халыҡтың йөрәк ишемияһынан вафат булыуы. Бында, әлбиттә, оҙайлы коронавирус пандемияһының ҡыҫылышы бар. Вирус ҡан тамырҙарында тромб өҙлөгөүҙәре барлыҡҡа килтереүе менән хәүефле. Диспансерлаштырыуҙың туҡтатылыуы, тәүге звенола планлы эштең сикләнеүе, медицина учреждениеларының ковид сирлеләрҙе дауалау өсөн үҙгәртеп ҡоролоуы ла ошо күңелһеҙ хәлгә сәбәпсе.
Һаулыҡ һаҡлау министры айырыуса муниципаль берәмектәр менән берлектәге эшмәкәрлектең мөһимлеген билдәләне. “Сабыйҙар үлеме” күрһәткесенең әһәмиәте тураһында һөйләп тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Ә иң борсоған урын әлегә тап ошо өлкәлә. 2021 йылдың тәүге яртыһында тыуған бер мең балаға үлем күрһәткесе 5,8 берәмек тәшкил итте, бер йәшкә тиклемге 119 сабый вафат булған (былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, өс осраҡҡа кәмерәк). План буйынса сабыйҙар үлеме күрһәткесен меңгә 5,0 берәмеккә тиклем кәметеү ҡаралһа ла, үкенескә ҡаршы, ул үтәлмәгән. Айырыуса биш районда хәл ҡатмарлы – Ҡалтасы, Ҡариҙел, Дыуан, Мәсетле, Баҡалыла сабыйҙарҙың үлем осраҡтары уртаса республика күрһәткесенән күпкә юғарыраҡ. Ә 22 муниципалитетта ярты йыллыҡта был йәһәттән бер юғалтыу ҙа булмаған, хәл тотороҡло. Тимәк, өлгө алырлыҡ эш тәжрибәһе бар, сабыйҙарҙың үлеменә юл ҡуймау өсөн етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, медицина учреждениеларын белемле кадрҙар менән тулыландырыу мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк.
Кадрҙар тигәндән, был йәһәттән “Рәсәйҙең медицина кадрҙары” проекты – белгестәрҙе урындарҙа төпләндереүҙә әһәмиәтле ысулдарҙың береһе. Максим Забелин Краснокама, Нуриман райондары студенттарына ярҙам күрһәтелеүе, Иглин, Тәтешле, Саҡмағош райондарында белгестәр өсөн төҙөлөшкә ер бүленеүе, күп кенә райондарҙа медицина хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлау программалары раҫланыуы тураһында белдерҙе. Һуңғы осорҙа Ҡалтасы районында (биш табип), Салауат ҡалаһында (дүрт), Архангел һәм Яңауыл райондарында (ике) белгестәр артҡан, ә Өфөлә (179), Мәләүез (17), Ҡырмыҫҡалы (ике), Бәләбәй (ун) райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында (ун), киреһенсә, табиптар кәмегән.
Быйыл ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн санитар авиацияны уңышлы файҙаланыу төбәк проекттарының мөһим һөҙөмтәһе булып торҙо. Ярты йыл эсендә генә 103 осош һөҙөмтәһендә 100-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән 34 бала, ашығыс медицина ярҙамы алған. “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш” проектына ярашлы, быйыл төп баҫым диспансер күҙәтеүендә торған пациенттарҙың сирҙәрен һәм өҙлөгөүҙәрен иҫкәртеүгә яһалған. Дарыуҙар алыуға һәм ҡан тамырҙары үҙәктәрен йыһазландырыуға байтаҡ аҡса йүнәлтелде, тине министр. Байтаҡ дауаханалар заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылды, был хаҡта гәзит биттәрендә лә, сайтта ла мәғлүмәт биреп барҙыҡ. Икенсе ярты йыллыҡта республикала тағы ла ике амбулатор онкология ярҙамы үҙәге асыласаҡ, береһе – Сибай ҡала дауаханаһында, икенсеһе – Бөрө район үҙәк дауаханаһында.
Бер һүҙ менән әйткәндә, эпидемиологик хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәш менән бергә башҡа сирҙәрҙе еңеү һәм ярҙамға мохтаж пациенттарҙы дауалау маҡсаттарының иғтибар үҙәгенән төшкәне юҡ. Ауыр, әммә үтә әһәмиәтле бурыс был.
- Динә Арыҫланова