

Бөгөндән Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә вакцина яһау пункттарының эш графигы үҙгәрҙе. Улар дүшәмбенән йәкшәмбегә тиклем (байрам көндәрен дә индереп) 13.00 сәғәттән 19.30 сәғәткә тиклем тәнәфесһеҙ эшләйәсәк.
18 сентябрҙән “Торатау” конгресс-холындағы мобиль пункт 9.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем көн һайын ялһыҙ эшләйәсәк. Өфө ҡалаһының Ферин урамындағы 29-сы йортта урынлашҡан “Акварин” сауҙа-күңел асыу комплексындағы мобиль пункт 18 сентябрҙән ябыла.
Республикала 200-ҙән ашыу вакцина яһау пункты эшләй. Яҡындағы пунктты табыу өсөн «Яндекс.Карт» эҙләү юлына һорауығыҙҙы индерегеҙ, мәҫәлән, “прививканы ҡайҙа эшләтергә”.
Әле вакцина яһатыуҙы республикала 1 120 588 кеше тамамлаған. Ә маҡсат – халыҡтың 80 процентына вакцина яһау. Был 2 484 667 кеше тигән һүҙ.
Вакцина яһатыу мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондары түбәндәгесә: Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге – 8-347-218-19-19; коронавирус инфекциялары мәсьәләләре буйынса – 8-347-286-58-27; 8-347-279-91-20 ( күп каналлы тәүлек әйләнәһенә)); 122 (түләүһеҙ).
Бөтә бәйләнештәр тураһында министрлыҡ сайты битендә - https://health.bashkortostan.ru/activity/20821/ һылтанмаһы буйынса; вакцина яһатыу тураһында бөтә мәғлүмәт министрлыҡ сайтындағы биттә - //health.bashkortostan.ru/activity/27353/
Һеҙҙе түбәндәге мобиль пункттарҙа көтәләр: “Торатау” конгресс-холында 9.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем; “Ҡунаҡһарай” комплексында, “Лайфстал Башҡортостан үҙәге”ндә, “Мега”, “Планета”, “Простор”, ”Мир” сауҙа үҙәктәрендә, “Үҙәк” сауҙа комплексы”нда – 13.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем. Стәрлетамаҡ ҡалаһында - “Фабри” сауҙа үҙәгендә һәм “Сити Молл” сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә 13.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем. Поликлиникаларҙағы прививка кабинеттары 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем эшләй.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.