Сәләмәт булайыҡ
17 Сентября 2021, 06:42

Һәр пациент өсөн – 200 һум

sharij.netsharij.net
Фото:sharij.net

Башҡортостанда табиптарға һәр вакцина яһатҡан пациент өсөн 200-әр һум аҡса түләргә уйлайҙар.

 Табиптарға дәртләндергән тү­ләү­ҙәр тураһындағы ҡарар проектынан күренеүенсә,  был тү­ләүҙәр 2021 йылдың 27 авгусынан 31 декабренә тиклемге осорға ҡағыла. Документта әйтелеүенсә, 200 һумдың 40 һумы пациенттың ирекле рәүештә ризалығы һәм анкетаһы, 80 һумы – вакцина яһат­ҡан өсөн, ҡалған 80 һумы прививка алдынан пациентты тикшереү һәм күҙәтеү өсөн һалынған.

Финанслау федераль һәм төбәк бюджеттарынан башҡарыласаҡ. Аҡса эш хаҡы менән бергә район коэффициенттарын иҫәпләп түләнәсәк.

 

- Динә АРЫҪЛАНОВА.

Читайте нас