Сәләмәт булайыҡ
17 Сентября 2021, 11:40

“Сәләмәтлек поездары” һаман да юлда

Белгестәрҙән торған бригадалар республиканың алты районында түбәндәге график буйынса эштәрен дауам итә.

“Сәләмәтлек поездары” һаман да юлда“Сәләмәтлек поездары” һаман да юлда
“Сәләмәтлек поездары” һаман да юлда

“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Ошо көнгә тиклем 71 027 кеше медицина тикшереүе үткән. Белгестәрҙән торған бригадалар республиканың алты районында түбәндәге график буйынса эштәрен дауам итә:

Өфө маршруты Шишмә районында эшен  дауам итә (20-24 сентябрҙә Шөңгәккүлдә);

Нефтекама маршруты Илеш районында эш башлай (20-22 сентябрҙә Базытамаҡта, 23-24 сентябрҙә  Ҡәҙерҙә);

Октябрьский маршруты  Дәүләкән районында эш башлай (20-22 сентябрҙә Суйынсыла, 23-24 сентябрҙә Поляковка ауылында);

Стәрлетамаҡ маршруты Күгәрсен районында эшен тамамлай (20-22 сентябрҙә Мәҡсүттә) һәм Ейәнсура районында эш башлай (23-24 сентябрҙә Яныбай ауылында);

Белорет маршруты Хәйбулла районында эшен дауам итә (17-23 сентябрҙә Бүребайҙа, 24-28 сентябрҙә  Өфө ауылында);

Дыуан маршруты эшен тамамланы. Акция барышында 13 449 кеше вакцинаның тәүге компонентын яһатты, тулыһынса  прививканы 8 581 кеше тамамланы.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас