Сәләмәт булайыҡ
17 Сентябрь 2021, 11:25

Һыҙланғанда – һарымһаҡ майы

coream.rucoream.ru
Фото:coream.ru

Йәш өҫтәлгән һайын быуындар менән проблема арта бара. Күп осраҡта һыҙланғанда ауыртыуҙы баҫҡан дарыу эсергә, укол эшләтергә тура килә. Бындай осраҡҡа ла халыҡ дауаһы бар, әлбиттә, уны сир ныҡлы тамыр йәймәгәндә ҡулланыу һөҙөмтәле.

300-400 грамм һарымһаҡты таҙартып, ит турағыс аша үткәреп, бер литрлы банкаға һалабыҙ һәм өҫтөнә таҙартылмаған сифатлы үҫемлек майы ҡоябыҙ. Уны ике аҙнаға ҡараңғы урында ултыртырға кәрәк. Был ваҡыт эсендә һарым­һаҡты болғатып торабыҙ. Ошо юл менән һарымһаҡ майы килеп сыға. Ике аҙнанан һуң һөҙәбеҙ һәм ул ҡулланырға әҙер.

Майҙы һыҙлаған урынға һеңде­реп һөртөп, өҫтөн йылы әйбер менән нығытып ҡуябыҙ. Беренсе ҡуллан­ғандан уҡ ауыртыу баҫыла. Дауаланыу ваҡыты – ике ай. Еҫе, әлбиттә, ҡырҡыу, тик һаулыҡ мөһимерәк.

Һарымһаҡ майы – склерозға ҡаршы үҙенсәлекле сара. Һыланған урында ул тиренән эскә үтеп, ҡан әйләнешен яҡшырта, шуның менән организмды һауыҡтырыуға көйләй.

Һарымһаҡ майы табандағы тупаҫланған тирене лә йомшарта.

- Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА менән Кәримә УСМАНОВА әҙерләне.

Читайте нас