Сәләмәт булайыҡ
20 Сентябрь 2021, 16:00

“Ауырырға ваҡыт та, теләк тә юҡ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә дүртенсе тапҡыр вакцина яһатҡаны тураһында яҙҙы.

“Ауырырға ваҡыт та, теләк тә юҡ”“Ауырырға ваҡыт та, теләк тә юҡ”
“Ауырырға ваҡыт та, теләк тә юҡ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә вакцина яһатыуы тураһында яҙҙы.

“Антиесемдәр барлығына тикшереү үтеүемдең сираттағы һөҙөмтәһе уларҙың коронавирус менән сирләмәү өсөн билдәләнгән сиктән ике тапҡырға кәмеүен күрһәтте. Ауырырға теләмәүем, уның өсөн ваҡыт та юҡлығы тураһында әйткәйнем инде. Шуға күрә яңынан прививка эшләттем. Быныһы инде - дүртенсеһе (быға тиклем өс тапҡыр “Спутник V” вакцинаһын яһатҡайным), хәҙер “Спутник Лайт”ты файҙаландым. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Һәм вакцина яһатырға кәрәк”.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас