Сәләмәт булайыҡ
21 Сентябрь 2021, 05:09

Акушер-гинеколог – суперфиналда

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Ошо көндәрҙә “Рәсәй лидерҙары” конкурсының дүртенсе миҙгел “Һаулыҡ һаҡлау” трегы еңеүселәре билдәле булды. Рәсәйҙең ун төбәгенән 11 ҡатнашыусы араһында Башҡортостандан акушер-гинеколог Динар Ғабдрахманов та бар. Ул “Башҡортостан лидерҙары” төбәк конкурсында ике тапҡыр еңеүсе булды.

 Еңеүселәргә наградаларҙы Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һәм “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының генераль директоры Алексей Комиссаров тапшырҙы.

“Беҙ былтыр айырым “Һаулыҡ һаҡлау” трегын эшкә ҡуштыҡ һәм уның менән ҡыҙыҡһынғандарҙың күплеген күрҙек. Һеҙҙең кеүек Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтерергә, медицина берлеген формалаштырырға, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырырға теләүселәр ғәмәлдә күп – биш меңдән ашыу кеше быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн теркәлде, – тине Алексей Комиссаров. – Был ҙур берләшмә, уның эсендә берлектәге проекттар тормошҡа ашырыла, тәжрибә уртаҡлашыу бара, ашығыс мәсьәләләр хәл ителә”.

Еңеүселәрҙең бөтәһе лә 2022 йылда “Рәсәй лидерҙары” конкурсы суперфиналында ҡатнашасаҡ. Динар Ғабдрахманов – тармаҡта ҙур һорау менән файҙаланған белгестәрҙең береһе. “Ашығыс ярҙам” фельдшерынан табипҡа тиклем хеҙмәт юлы үткән. Хәҙер ул – Өфөләге Республика клиник перинаталь үҙәгенең санитар авиация һәм акушер дистанцион консультатив бүлексәләре акушер-гинекологы. Инстаграмда үҙ блогын алып бара. “Финалда тулҡынландым, контроль тест үттем, бик ныҡ борсолһам да, барыһынан да яҡшыраҡ яҙҙым,– ти ул. – Еңеү өсөн өҫтәмә бонус – уҡыуға бер миллион һум аҡса. Мин уны халыҡ-ара белем алыуға тотонорға уйлайым. Ғаиләбеҙҙә барыһы ла уҡырға ярата, ҡатыныбыҙ менән икебеҙгә – ете юғары белем”.

Ул биш йыл шәхси клиникала эшләгәндән һуң, дәүләт ҡарамағындағы клиникаға эшкә күскән. “Мине “Башҡортостан лидерҙары” конкурсында ҡатнашыу теләге үҙенә тартты. Минең өсөн шәхси клиникала алған ыңғай тәжрибәне дәүләт медици­наһына индереү мөһим ине. Республика бала табыу йорттарында контракт системаһын индереү буйынса проектты эшләнем, пациенттарҙың табипты һайлауҙа мөмкинлеге артасаҡ”, – тине Динар Ғабдрахманов.

- Динә АРЫҪЛАНОВА. 

Читайте нас