Сәләмәт булайыҡ
21 Сентябрь 2021, 05:08

Кешесә мөнәсәбәт – иң тәьҫирле дарыу

Госпиталдә табиптарҙың иң-иңдәре генә эшләй.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Зубов ҡасабаһында йөҙ палатанан (шуларҙың 82-һе – айырым бокстар һәм 18 реанимация блогы) бер юлы 450 пациентты ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә дауахана ҡалҡып сығыр, тип кем уйлаған? Хәйер, бынан ике йыл элек йәшәү рәүешен тамырынан үҙгәрткән, барыбыҙҙы ла тәртипкә күндергән, санитария ғәмәлдәрен теүәл үтәргә мәжбүр иткән пандемия иғлан ителерен кем башына килтерһен? Бына шундай ҡаршылыҡлы, йәшәү өсөн тынғыһыҙ көрәш барған “фронт” һыҙығында, әммә үҙенсәлекле асыштар яһалған, сифатлы тормошҡа ынтылған  күп яҡлы мауыҡтырғыс заманда йәшәйбеҙ.

“Рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ…”

 

Коронавирус талғын ғына барған тормошобоҙҙо болоҡһо­топ, күптәрҙе бер-береһе менән осрашыуҙан, аралашыуҙан мәхрүм итте. Иң ҡыҙғанысы, әлбиттә, яҡын кешеләреңде юғалтыу, үтә ауыр мәлдә ярҙам итә алмау аянысы. Даръяның бер тамсыһылай ғына ғүмерҙең мәкерле вирус арҡаһында күҙ асып йомғансы юҡҡа сығыуына күнегеп булмай шул.

Әгәр ҙә был госпиталде ике ай эсендә йәһәт кенә төҙөп ҡуймағанда, республикалағы эпидемиологик хәлдең нисек булырын бөгөн күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Бөтәбеҙ ҙә уның ҡурай таждары рәүешендә, корпустарҙың айырымланып, сир таралыуына юл ҡуймау өсөн уйлап төҙөлөүе тураһында хәбәрҙарбыҙ. Ошо яңы дауаханала дауаланып, ғәҙәти тор­мошҡа әйләнеп ҡайтҡандарҙың фекере менән таныштырғы килә.

“14 августа, ун көн буйы өйҙә поликлиника табиптары тарафынан дауаланып та хәл яҡшырмағас, “Ашығыс ярҙам” мине Зубовтағы ковид-госпи­талгә илтте. Әле һаман да баштан үткән ваҡиғаларҙы тергеҙеп ҡарайым да, бында эләкмәһәм, моғайын, был донъя­ла йәшәмәгән булыр инем, тип уйлайым. Мине ҡотҡарған фәрештәм, йәш кенә табип Айгөл Ғүмәрова һауыҡтырыу өсөн нимә генә эшләмәне, хатта Мәскәү табиптары менән бәйләнешкә инеп, кәңәштәр алды. Үҙе лә бик матур, һөй­көмлө, йәш... Дауахана етәксе­легенә, медицина хеҙмәткәр­ҙә­ре коллективына эште ла­йыҡ­лы ойошторғандары, ауы­рыу­ҙарға кешеләрсә мөнәсә­бәт­тәре өсөн ҙур рәхмәт!”– тип яҙа Зөлфирә Шаһимәрҙәнова.

“23 августа госпиталгә эләктем. Йүтәл йонсота, тын алыу ауырлашты. Медицина хеҙмәткәрҙәренең һәйбәт мөнәсәбәтен тәүге сәғәт­тәрҙән үк яҡшы тойҙом, шунда уҡ дауа билдәләнеләр. Кеше күп, бер төндө коридорҙа үт­кә­рергә тура килде. Иртәгә­һенә урын бушау менән пала­таға күсерҙеләр. Палаталар матур, таҙа, уңайлы, йүге­решеп йөрөгән санитаркаларға, йомшаҡ телле шәфҡәт туташтарына һәм, әлбиттә, алсаҡ, белемле табиптарға ҙур рәхмәт! Мине тиҙ аяҡҡа баҫтырҙылар, өйгә ҡайттым да инде”, – тигән Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡатын.

“27 июндә атайым менән әсәйемде райондан госпиталгә килтерҙек. Әсәйҙең хәле айырыуса ауыр, үпкәһенең 73 проценты зарарланып өлгөргән. Өҫтәүенә, әллә күпме хроник сире бар. Уның өсөн өҙгөләнеү­ҙәремде аңлатырлыҡ түгел. Уларҙың икеһе лә В блогында ятты. Табиптар беҙгә, “һауыҡ­тырыуға ышандыра алмайбыҙ, әммә ҡулдан килгәндең бары­һын да эшләйәсәкбеҙ”, тине. Бөтәбеҙҙе һөйөндөрөп, әсәйем һауыҡты!

Ата-әсәйемдең ғүмерен ҡот­ҡарған медицина хеҙмәт­кәр­ҙәренә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ”, – тип яҙа Сафиндарҙың ҡыҙы.

“Быйыл йәй ковид-госпитал­дең В корпусына килеп эләктем, – тип яҙа А. Цыбизов. – Мине хай­ран ҡалдырғаны – бөтә хеҙ­мәт­кәрҙәр ҙә тыныс, кеше­ләрсә мөғәмәләлә булды. Хәл ауыр, үпкә­нең зарарланыуы 80 про­центҡа етте, кислород битлеге аҫтында ла тын алыуы ауыр ине. Үлермен инде, тигән уй баш­тан сыҡманы. Табиптарҙың профессионаллеге, шәфҡәт ту­таштарының, медбраттарҙың аныҡ эшләүе арҡаһында мин вирусты еңдем! Аҡ халатлы фәрештәләрҙең барыһына ла рәхмәтемде, ихтирамымды еткерәм!”

 

Аҡ халатлы фәрештәләрҙең береһе

 

Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙы Йосопова Зубов ҡасабаһындағы ковид-госпиталдең 4В блогы мөдире булып эшләй. Госпиталь асылыу менән Өфөнөң 4-се йоғошло ауырыуҙар клиникаһында эшләгән 15-кә яҡын медицина хеҙмәткәре тап ошо яңы асылған ҙур дауаханаға күсерелә. “Ҡыҙыл зона”ның талаптары ла, үҙенсәлектәре лә уларҙы ҡурҡытмай. Беҙ бөгөн Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙынан госпиталдәге һуңғы яңылыҡтар, дауалау, сир нескәлектәре, пациенттарҙың хәл-әхүәле хаҡында һораштыҡ.

 – Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙы, эксперт һәм аналитиктар фаразлауынса, октябрь баштарында коронавирус инфек­ция­һының дүртенсе тулҡы­ны башланыуы ихтимал. Эпидемиологик хәлдең ҡатмарлашыуына һеҙ әҙерһегеҙме?

– Был һорауға аныҡ яуап юҡ, сөнки беҙ, табиптар, ошоғаса ниндәй көсөргәнешлектә эшлә­гәнбеҙ, шундай кимәлдә дауа­лауҙы дауам итәсәкбеҙ. Пандемия осороноң бер көнө лә иркен тын алырға ирек бирмәне. Әле лә бүлексәлә пациенттар күп, көн һайын 60-90 пациентты дауалайбыҙ. Бөгөн госпиталь ауырыуҙар менән тулды. Өҫтәүенә, йәштәрҙең сирҙе йышыраҡ эләктереүе күҙгә бә­релә. Белеүегеҙсә, Өфөләге 4-се йоғошло ауырыуҙар клини­ка­һында ковид диагнозы ҡу­йылған балалар дауалана, элегерәк улар араһында сирлеләр һирәк ине.

Эпидемиологик хәлдең ҡатмарлашыуын иҫкәртеүгә, табиптарҙың эшен еңеләйтеүгә бөгөн һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Аңлап тораһығыҙҙыр, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы, балаларығыҙҙы сир йоҡтороуҙан һаҡларға теләһәгеҙ, вакцина яһатырға кәрәк. Киҙеүгә ҡаршы прививка яһатырға ла ваҡыт. Вирусты еңеү өсөн барыбыҙҙың да тырышлыҡ һалыуы мөһим.

 – Үҙегеҙ ҡасан прививка яһаттығыҙ?

– Киң күләмдә вакцина яһатыу йәйелдерелгәнгә тиклем һәр табип, антиесемдәргә тест тапшырып, даими тикшерелеп торҙо. Хәҙер медицина хеҙмәт­кәр­ҙәренең барыһы ла прививкалы, унһыҙ ауырыуҙар менән аралашып булмай. Эш тәжри­бәһенән күренеүенсә, вакцина яһатҡандар араһында ла сирҙе йоҡторғандар госпиталгә эләгә, әммә эш реанимацияға барып етмәй, уларҙың организмы вирусҡа ҡаршы нығыраҡ тора, сирҙе еңелерәк үткәрә. Әйткән­дәй, әлегә тиклем бүлексәлә вакцина яһатҡандар араһында үлем осраҡтары теркәлмәне.

 – “Ҡыҙыл зона”ла эшләү­ҙең бик үҙенсәлекле, психологик яҡтан да, физик яҡтан да ауыр булыуын яҡшы аң­лайбыҙ. 18 йыл буйы йо­ғош­ло сирҙәргә дусар пациент­тарҙы дауалаған тәжрибәле табип булараҡ, һеҙҙең өсөн иң ауыры нимәлә?

– Шөкөр, тип әйтергә кәрәк, хәҙер бөтә кәрәкле һаҡланыу, санитария-гигиена саралары, препараттар менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Бокстар, бүлексәләр тейешле ҡорамал­дар менән йыһазландырылған. Госпиталдең уңайлы урынлаштырылыуынан барыбыҙ ҙа ота, һәр боксҡа машина яҡын килә ала, үҙ-ара аралашыу, сирҙең таралыу хәүефе минимумға еткерелгән.

Йәшерен-батырын түгел, көн-төн йоғошло сирле пациенттар менән аралашыу, дауалау, ҡайһы саҡта көйһөҙҙәрҙе көйләү, ышандырыу, рухтарын күтәреү еңел бирелмәй. Алһыҙ-ялһыҙ эшләү, көн дә бер төрлө бурыстарҙы атҡарыу, ҙур яуаплылыҡ, юғары көсөргәнеш арыу-талсығыуға килтерә, кеше “яна” тибеҙ. Урыҫтар был хәлде “выгорание” тип йөрөтә, хис-тойғо ярлылана, кеше физик һәм психик яҡтан хәлһеҙләнә, шуға күрә коллективта яңы мөхиткә ерләшә, үҙләшә, яйлаша алма­ғандарҙың булыуына ғәжәплә­нергә ярамай. Ҡәтғи шарттарға эйәләшә алмау һөҙөмтәһендә ҡайһы берәүҙәрҙең эштән китеүе ғәҙәти, аңлайышлы хәл. Хәҙер беҙҙә аҡ халатлыларҙың “иң-иңдәре” эшләй: йәш булыуҙа­рына ҡарамаҫтан, мул тәжрибәгә эйә профессионалдар, ныҡыш­тар һәм ауырыу хәленә битараф булмаған шәфҡәт туташтары, санитаркалар, белгестәр… Мин уларҙың һәр береһе менән ғорурланам.

 

“Вакцина яһатырға өгөтләйем”

 

– Ҡайһы берҙәре менән та­ныштырығыҙ әле, беләйек…

– Табип Валентина Харченконы “уң ҡулым” тип йөрөтәм, ялға туҡталғанда бөтә эште уға тапшырып, тыныс күңел менән китә алам. Айырылмаҫ дуҫтар Артем Гаврилов менән Дмитрий Федосеевты күптәргә өлгө итеп ҡуйыр инем. Иң йәш табип­тарҙың береһе Айгөл Ғүмәроваға ышанысым бик көслө, киләсәктә бына тигән профессионал, үҙ эшенең оҫтаһы буласаҡ.

 – Һеҙ госпиталдә ауырыу­ҙарҙы дарыуҙар менән генә түгел, кешеләрсә йылы мө­нә­сәбәтегеҙ, яғымлы һүҙҙә­регеҙ, ышандырыу көсөгөҙ менән дә дауалайһығыҙ, тиҙәр. “Бындай күңел киң­леген, ихласлыҡты ҡайҙан алаһығыҙ?” тип һоҡланырға ғына ҡала…

– Үкенескә ҡаршы, барыһы ла ал да гөл түгел шул. Йыш ҡына үлем осраҡтары менән осрашырға тура килә, ә үлемгә һис тә күнеүе, күнегеүе мөмкин түгел. Һәр осраҡ артында – күп­ме ҡайғы-хәсрәт, күҙ йәше, фа­жиғә… Вафат булған пациент­тың туғандары менән аңлашыу, йыуатыу иҫ киткес ауыр бирелә. Намыҫыңдың таҙа булыуын, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләүеңде үҙең генә беләһең. Сир ифрат мәкерле, көтөлмәгән хәйләләре менән күпте күргән белгестәрҙе лә аптырашта ҡал­ды­ра, шуға күрә вакцина яһа­тыу­ға өгөтләүем һис тә юҡҡа түгел.

Пациент менән һөйләшмә­йенсә, ныҡлап танышмайынса, күңеленә үтеп инмәйенсә, ышанысын яуламайынса уны һауыҡ­тырыу мөмкин булмауын аңла­йым. Уға сирҙең етдилеген, эҙем­тәләрен яҡшылап аңлатырға, хәленә инә белергә кәрәк. Аҙ ғы­на ваҡыт эсендә һин уға эйә­ләшеп китәһең, исем-атын хә­терҙә ҡалдыраһың, башҡорт булһа – башҡортса, татар булһа – татарса, урыҫ булһа – урыҫса һөйләшергә, уға яҡыныраҡ бу­лырға тырышаһың. Аҙаҡ бер туғандай булып айырылышырға тура килә.

Бүлексәбеҙҙә ятҡан бер бабай менән һөйләшә торғас, дуҫ­лашып киттек. Районда ҡал­ған әбейе менән дә телефон аша танышырға тура килде. “Ҡыҙым, һин бабайымды һауыҡ­тыра күр инде, икәү генә йәшәй инек, өйө­бөҙгә тиҙерәк ҡайтар”, – тип ялбара инәй. Уның өсөн генә кә­рәкле йылы һүҙҙәрҙе эҙләп тапмай булманы. Бабай, барыбыҙҙы һөйөндөрөп, үҙ аяғы менән ҡай­тып китте. Ауырыуҙарҙың туған­дары менән шулай йыш ҡына һөйләшергә, кәңәш, йыуатыу һүҙҙәрен, ваҡытты йәлләмәҫкә тура килә.

Госпиталь тормошо күп яҡлы, фәһемле, тормошсан. Ҡайһы бер ир-ат, хәлдәре ҡыл өҫтөндә булғанда, күҙгә мөлдөрәп ҡарап, ни әйтереңде көтөп, һәр һүҙеңде үтәргә тырышып ҡына тора. Дауаланғандан һуң, бер аҙ хәлдәре еңеләйгәс, көйһөҙләнә башлайҙар, йә укол ауырттыра, йә аш-һыу тәмле түгел һәм баш­ҡа ваҡ-төйәк табыла. Ә беҙ һө­йөнәбеҙ: “Әһә, пациентыбыҙ һа­уыға башланы! Тимәк, хәүефлә­неүҙәр артта ҡалды. Тимәк, барыһы ла яҡшы буласаҡ!”

 – Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙы, әңгәмәне күңелде күтәрерлек хәбәр менән тамамлағы килә…

– Эште теүәлләп, урамға сыҡҡас, ҡасабаның саф һауаһын иркенләп һулап, оҙаҡ ҡына баҫып торам. Ҡайһылай рәхәт, матур был донъя, тип һоҡланам, осраған һәр кемгә һаулыҡ, бәхет теләге килә. Өйҙә 2-се, 5-се, 7-се кластарҙа уҡыған тиктормаҫ малайҙарымдың, эшемдең үҙен­сә­лектәрен яҡшы аңлаған ирем­дең сабыр ғына көтөүе кәйефте күтәрә, арыу-талсығыуҙар һыпырып алғандай юҡҡа сыға…

Төпсөгөмдөң тырыша-тырмаша минең, ҡәҙерле әсәһенең, портретын төшөрөргә тырышыуын күҙ алдыма килтереп йылмаям… Моғайын, бөгөн эшен тамамлап, минең дәртләндереү һүҙҙәрен көтә торғандыр. Ҡыҙыу йәйҙән һуң алмашҡа килгән алтын көҙҙө лә һағынып ҡаршы алдыҡ. Барыһы ла көйләнер, яҡшыға юрайыҡ.

– “Ҡыҙыл зона”нан бер аҙға айырылып, беҙҙең өсөн ваҡыт табыуығыҙ, кәңәш­тәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар теләйбеҙ!

 

- Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.

Читайте нас