

Өфөләге сәскә компанияларының береһе Дим биҫтәһендәге ковид-госпиталь хеҙмәткәрҙәренең һәр береһенә сәскә гөлләмәләре бүләк итте. Хризантема, аҡсәскә, рауза һәм башҡа сәскәләрҙән эшләнгән матур композициялар менән конференция залы тулды, ти табиптар. Компания вәкилдәре әйтеүенсә, улар хәйриә акцияһы менән бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренә пациенттар исеменән рәхмәттәрен белдерергә теләгән.
– Беҙҙең компания, төрлө акцияларҙа ҡатнашып, өфөләрҙе һөйөндөрөргә ярата. Бөгөн ковидҡа ҡаршы көсөргәнешле көрәштең алғы һыҙығында һәр пациентты һауыҡтырыу өсөн тырышҡан табиптарҙы ниңә шатландырмаҫҡа, тигән уй башҡа килде, – ти Зарема Оморҙаҡова. – Сағыу сәскәләр уларҙың кәйефен күтәрһен!
Көн буйы эш менән мәшғүл медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн был көтөлмәгән хәл була, һәр кем гөлләмәләрҙе ихтирам билдәһе тип ҡабул итә.
– Эштән сығыуыңа сәскәләр тотоп ҡаршылаһындар әле! Кәйеф күтәрелде, хатта арығанымды оноттом, – ти ҙур ҡәнәғәтлек менән шәфҡәт туташы Регина Фәтҡуллина.
- Динә АРЫҪЛАНОВА.