

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән брифингта граждандарҙың вакцина яһатыуға бәйле һорауҙарына яуап бирҙе. Күптәрҙе был прививканың йыл һайын үткәрелеү-үткәрелмәүе ҡыҙыҡһындыра.
“Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан вакцинаны иҫкәртеү прививкаларының Милли календарына индерҙе. Уны эшләтеүҙең ике варианты ҡарала: беренсеһе – иҫкәртеү маҡсатында, икенсеһе – эпидемиологик күрһәтмәләр буйынса. Тәүгеһе киң таралған инфекцияларға ҡаршы иммунизацияны тәьмин итә. Икенсе вариант төрлө эпидемиялар баш ҡалҡытҡанда ҡулланыла”, – тине министр. Әлеге ваҡытта вакцина эпидемиологик күрһәтмәләр буйынса яһала. Пандемия дауам иткән осорҙа ковидтан иммунизация йыл һайын үткәреләсәк.
Үткән тәүлектә республикала сирҙе 319 кешенең йоҡторғаны асыҡланды. Вирусты эләктергәндәрҙең дөйөм һаны хәҙер 63 519 тәшкил итә. Тәүлек эсендә 367 кеше һауыҡҡан, 16 ауырыу вафат булған. Вирус ҡорбандары 1 439-ға етте.
Әле амбулатор шарттарҙа – 6 681, стационарҙарҙа 634 пациент дауалана. Ҡырҡ кеше ауыр хәлдә, 11 ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә вирусты йоҡторғандарҙың күбеһе Өфөлә (91 осраҡ), Мәләүез районында (46), Күмертау ҡалаһында (46), Белорет районында һәм Октябрьский ҡалаһында (23-әр осраҡ) теркәлгән. Уларҙа вакцина яһатыу темпы түбән булыуы ла билдәле. “Ҡыҙыл зона”ла Белорет, Иглин, Баймаҡ райондары һәм Октябрьский ҡалаһы, уларҙа прививка эшләтеү күләме 30 процент ҡына тәшкил итә. “Ауырыуҙар вакцина яһатмаған һәм сирҙе ауыр үткәрә. Шуға күрә медицина хеҙмәткәрҙәренең теләге буйынса, амбулатор- поликлиника звеноһына көсөргәнеш артыуы менән бәйле, диспансерлаштырыуҙы ваҡытлыса ике аҙнаға туҡтатып торорға ҡарар ителде”, – тине Максим Забелин.
Республикала 339 балала ковид диагнозы раҫланған, 99-ы – дауаханала. Мәктәптә эш башланыу менән уҡыусылар араһында сир осраҡтары ла артҡан. Министрҙың әйтеүенсә, класта бер уҡыусы ауырыһа ла, тотош класс изоляцияға китәсәк.
Республикала вакцинаның ике компонентын да ҡаҙатҡандар 1 143 941 кешегә еткән.
Фото: "Башинформ".