Сәләмәт булайыҡ
22 Сентября 2021, 18:00

Йәшәү менән үлем араһында...

"Ваҡытында вакцина яһатырға теләмәгәйнем..."

Йәшәү менән үлем араһында...Йәшәү менән үлем араһында...
Йәшәү менән үлем араһында...

Пандемия сигенергә уйламай, сир осраҡтары ла, вирус ҡорбандары ла арта. Республикала уҡыусыларҙы дистанцияла уҡыуға күсерәләр, биналарҙа спорт саралары үткәреү ваҡытлыса тыйыла. Ковид-госпиталдәр көсөргәнеш менән эшләүен дауам итә.

Ишембай ҡалаһында йәшәгән 61 йәшлек Фәрзәнә Сафина “Башинформ” агентлығына Стәрлетамаҡ госпиталендәге реанимацияға нисек килеп эләгеүе, дауалау шарттары тураһында һөйләне.

“Ишембайҙағы травматология бүлексәһенә ҡулым һынып эләктем. Ковидты шунда эләктергәнмендер, моғайын. Тыным ҡыҫыла башланы, температура күтәрелде, “Ашығыс ярҙам” менән ҡабул итеү бүлмәһенә килтерҙеләр, аҙаҡ – Стәрлетамаҡтағы ковид үҙәгенә. Ике аҙна реанимацияла, 12 көн буйына үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған көйө яттым. Үлем менән йәшәү араһында булдым. Табиптар ғүмерем өсөн көнө-төнө көрәште. Ҡул һынғанлыҡтан, үҙаллы әйләнеп ята алмайым, медицина хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы кәрәк”, – тип бәйән итте Фәрзәнә Әхнәф ҡыҙы. Пенсионер реанимацияла ятҡанында балалары, ейәндәре тураһында борсолғанын, нисек тә булһа сирҙе еңеп сығырға тырышҡанын, ваҡытында вакцина яһатырға теләмәгәнен дә йәшермәне.

Үпкәһенең 70 проценты зарарланған була. Ҡыҙы менән табиптар үҙҙәре элемтә тота. Реанимациянан һуң дүрт кешелек палатаға күсерәләр. “Бында бөтә уңайлыҡтар бар: тумбочкалар, душ, табиптарҙы саҡырыу өсөн төймәләр, гигиена саралары – бөтәһе лә ныҡлы уйланылған. Бик яҡшы ашаталар, һурпалары һәр саҡ тәмле. Таныштарым араһында коронавирус менән ауырығандар булыуына ҡарамаҫтан, сирҙең был тиклем дә мәкерлелеген, миңә ҡағылырын күҙ алдыма ла килтермәгәйнем. Госпиталдең бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт! Беҙҙең Ишембайҙа шундай дауахана булһа ине!” – ти Фәрзәнә Сафина.

Ковид-үҙәк тәүге пациенттарҙы былтыр 21 декабрҙә ҡабул иткәйне. Койкалар һаны – 74, кәрәк булһа, 260-ҡа тиклем еткерергә мөмкин. Бөтә тейешле ҡорамалдар менән тулыһынса йыһазландырылған.

Фото: ”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас