Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Сентябрь 2021, 16:30

“Ысын күңелдән рәхмәт!”

Һис кенә лә аяғым тартмай, барғым килмәй... Фельдшер тыныс ҡына ниңә дауаханаға барыу кәрәклеген аңлатты, ҙур түҙемлек менән  һорауҙарыма яуап бирҙе...

“Ысын күңелдән рәхмәт!”
“Ысын күңелдән рәхмәт!”

“Кешеләрҙе үлем тырнағынан ҡотҡарған был фәрештәләргә рәхмәт һүҙҙәрен нисек еткерергә лә белмәйем. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ковид- госпиталдә мине дауалаған  табип Лариса Черниковаға бөтә  йөрәгемдән  кешелеклеге, профессионаллеге өсөн рәхмәтлемен. 5-се бүлексәнең 17-се палатаһында аяуһыҙ  сир менән көрәштем, табиптар ярҙамы менән еңеп сыҡтым,” – тип яҙа Мәүлиҙә Аҡбашева.

“Әсәйемде, И.Кабанованы,  аяҡҡа баҫтырған табиптар Надежда Александроваға, бүлексә мөдире Уралия Фәнис ҡыҙына, бөтә шәфҡәт туташтарына, санитаркаларға ҙур рәхмәт! Эшегеҙгә яуаплы ҡарашығыҙ, иғтибарығыҙ һоҡландыра. Рәхмәт!” – ти ҡыҙы Елена.

“Һигеҙ көн буйы ауырыным, хәл ҡалмағас, “ашығыс ярҙам” саҡыртырға тура килде, – тип кисерештәре менән бүлешә Зөлфирә Хәмәтдинова. –Фельдшер Рөстәм Хужиәхмәтов  менән  дежур табип Тимур Үзбәков өйгә  килде. Һораштылар, ҡан баҫымын, температураны, сатурацияны тикшерҙеләр. Мине Зубовтағы госпиталгә илтергә ҡарар иттеләр.  Һис кенә лә аяғым тартмай, барғым килмәй... Фельдшер тыныс ҡына ниңә дауаханаға барыу кәрәклеген аңлатты, ҙур түҙемлек менән  һорауҙарыма яуап бирҙе. Мин уға ышандым һәм дөрөҫ эшләгәнмен. Рөстәм Фирҙәүес улына профессионаллеге, кешелеклеге өсөн рәхмәт белдергем килә.

Госпиталдә эшләгән һәр хеҙмәткәргә, ошо бик мөһим объектты төҙөүгә өлөш индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт!”

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: