Сәләмәт булайыҡ
23 Сентябрь 2021, 07:00

Коронавирус йоҡторғандар өсөн – яңы бүлексә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының хәбәр итеүенсә, быға ауырыуҙар һанының артыуы сәбәпсе.

Коронавирус йоҡторғандар  өсөн – яңы бүлексәКоронавирус йоҡторғандар  өсөн – яңы бүлексә
Коронавирус йоҡторғандар өсөн – яңы бүлексә

Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуы дауам итә, госпиталдәрҙә урындар буш түгел, коридорҙа ятҡандар ҙа бар. Стәрлетамаҡтағы 2-се дауахананың ковид-госпиталгә үҙгәртеп ҡоролоуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде,  Өфөнөң тағы ла бер  медицина учреждениеһында – ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында коронавирус менән сирлеләр өсөн яңы бүлексә асылды.

 Һаулыҡ һаҡлау министрлығының хәбәр итеүенсә, быға ауырыуҙар һанының артыуы сәбәпсе.  Поликлиникаларҙа планда ҡаралған диспансерлаштырыуҙы  ваҡытлыса туҡтатып торорға ҡарар ителгән.  Сир таралыу сылбырын өҙөү маҡсатында республиканың 12 районында уҡыусыларҙы дистанцион уҡытыуға күсерҙеләр. Был зәхмәтте еңеү өсөн һеҙ ҙә өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ, тәүге мөһим аҙым – вакцина яһатыу.

Фото:”Горобзор”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас