Сәләмәт булайыҡ
23 Сентябрь 2021, 10:00

Тағы егерме ғаиләлә ҡайғы...

Тәүлектә 344 кешенең сирҙе йоҡторғанлығы асыҡланған.

Тағы егерме ғаиләлә ҡайғы...Тағы егерме ғаиләлә ҡайғы...
Тағы егерме ғаиләлә ҡайғы...

Республикала коронавирус буйынса яңы антирекорд теркәлде. Оператив штаб мәғлүмәттәре  буйынса, республикала һуңғы тәүлектә йәнә 344 кешенең сирҙе йоҡторғанлығы асыҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 20 пациенттың вафат булыуы билдәле.

Әлегә республикала бындай юғары күрһәткестәрҙең күҙәтелгәне булманы. Сирҙе йоҡторғандарҙың дөйөм  һаны 64 196 тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә 184 ауырыу һауыҡҡан.Стационарҙарҙа- 672, амбулатор шарттарҙа 6 154 ауырыу дауалана. Күпселеге-өлкән йәштәгеләр. 51 пациенттың ауыр хәлдә булыуы, 13 ауырыуҙың үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылыуы билдәле. Тәүлектә пневмония осраҡтары 178 кешелә асыҡланған, 168 ауырыу һауыҡҡан.

Вакцинаның тәүге компоненты менән 1 259 935 кеше прививкаланған, иммунизацияны тулыһынса 1 152 704 кеше тамамлаған. Кем әлегә прививка яһатырға өлгөрмәгән, тиҙерәк яһатырға кәңәш итәбеҙ. Һуң булып ҡуймаһын...

Фото:m.123ru.net

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас