

Республикала яңы коронавирус инфекцияһы таралыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә 355 кешенең сирҙе йоҡтороуы асыҡланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәнә 19 ауырыу вафат булған.
Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб хәбәр итеүенсә, вирусты йоҡторғандар һаны республикала 64 551-гә етте. Вирус ҡорбандары 1496 тәшкил итә. Тәүлектә 278 ауырыуҙың һауығыуы билдәле.
Әле стационарҙарҙа 693 ауырыу дауалана, уларҙың 473-ө – 60 йәштән өлкәндәр. 49 пациенттың хәле ауыр тип баһалана, 11 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа 6 194 кеше дауалана.
Республикала вакцина яһатыуҙы 1 155 713 кеше тамамланы.
Фото:tfoms-rb.ru