

Яңыраҡ донъяның танылған ғалимдары асыштары менән кешелекте таң ҡалдырҙы. Улар әйтеүенсә, кешенең баш мейеһе үҫеше 25-30 йәштәрҙә тамамлана, тигән фекер дөрөҫ түгел, ул ғәмәлдә илле йәшкә тиклем үҫешеүен дауам итә.
Өҫтәүенә, кеше әүҙем аҡыл эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүен дауам итһә, баш мейеһе ҡартаймай тиерлек, тип иҫәпләй белгестәр.
Быға кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр бар. Мәҫәлән, Рим сенаторы Марк Катон 80 йәштә грек телен үҙләштергән, Сократ 70 йәшендә генә күп музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнгән, Микеланджело иң яҡшы картиналарын 80 йәштә яҙған, Лев Толстой 82 йәшкә тиклем ижад иткән, салғы менән бесән сапҡан, академик Иван Павлов 87 йәшенә тиклем ғилми эш менән шөғөлләнгән... Бынан өс йыл элек Өфө ҡалаһында 93 йәшлек пенсионерҙың һин дә мин эшләп йөрөүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Быға оҡшаш миҫалдарҙы республика буйынса ла килтерергә булыр ине.
Бының менән нимә әйтергә теләй ғалимдар? Бер һүҙ менән әйткәндә, “ҡартлыҡ” тигән ауырыу юҡ, ә дөрөҫ ҡуйылмаған психологик күрһәтмә генә бар. Тормошобоҙҙағы бөтә ҙур ҡаршылыҡтар, кәртәләр беҙҙең эскә “оялаған”, уларҙы емерергә кәрәк, ти психиатрҙар. “Күңелебеҙҙең һәм эске көстәребеҙҙең йәше юҡ. Кеше иҫән булғанда, ул тағы бер генә баҫҡысҡа булһа ла юғарыраҡ күтәрелеү мөмкинлегенә эйә. Тормоштоң яҡшырғанын, шәп заманалар килеүен көтөп ултырмағыҙ, иң яҡшы ваҡыт бер генә, уның исеме – “хәҙер”.
- Динә АРЫҪЛАНОВА