Сәләмәт булайыҡ
24 Сентябрь 2021, 05:00

"Беҙ уны күрмәһәк тә..."

Республикалағы ковид госпиталдәре табиптарына рәхмәт әйтеүселәр күбәйә.

"Беҙ уны күрмәһәк тә...""Беҙ уны күрмәһәк тә..."
"Беҙ уны күрмәһәк тә..."

"Ғаиләбеҙ исеменән Зубовтағы ковид госпитале палаталарында көнө-төнө кеше ғүмерҙәре өсөн көрәшкән белемле, башҡаларҙың бәләһенә битараф булмаған, кешелекле медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтебеҙҙе белдергебеҙ килә. Беҙ бында эләккән туғандарыбыҙҙың, яҡындарыбыҙҙың эргәһенән тәүлек буйына китмәгән аҡ халатлыларға бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ, бары өйҙә уларға сабырлыҡ, сәләмәтлек, көс-ҡеүәт теләп кенә ултыра алабыҙ. Госпиталдә эшләгән реаниматологтарға, дауалаусы табиптарға, ашнаҡсыларға, санитарҙарға ысын күңелдән рәхмәт әйтке килә.

Әсәйебеҙ госпиталдә бер ай дауаланды.Ошо ваҡыт эсендә уның ғүмере өсөн фиҙакәр рәүештә көрәшкән Ләйсән Хаҡова беҙҙең барыбыҙ өсөн дә яҡын кешегә әүерелде. Үҙенең күҙәтеүендәге һәр кемгә күңел йылыһын, йөрәген бирергә әҙер табип ауырыуҙарҙы ҡәнәғәтләнерлек хәлгә еткергәнсе хәстәрләй, ҙур түҙемлек менән аңлата.

Көн һайын билдәләнгән ваҡытта табипҡа шылтыратабыҙ, әсәйебеҙҙәң хәлен белешәбеҙ, кәңәшләшәбеҙ. Ул беҙҙең тулҡынланыуыбыҙҙы яҡшы аңлап, тейешле  һүҙҙәрҙе таба белде, өмөтөбөҙҙө һүндермәне. Беҙ уны күрмәһәк тә, әсәйемдең һөйләүе буйынса йәш, изге күңелле, кеселекле белгес булараҡ беләбеҙ. Ләйсән Әлфит ҡыҙының ата-әсәһенә ошондай мәрхәмәтле, яуаплы, белемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн рәхмәт. Барығыҙға ла һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!"

Фото:"Башинформ"

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас