Сәләмәт булайыҡ
24 Сентябрь 2021, 10:29

Дөрөҫ ҡарар

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

Онкология сирҙәренә дусар үҫмерҙәрҙе 18 йәштән һуң да профилле балалар дауаханаларында дауалаясаҡтар. Был ҡарарҙы онколог-гематологтар хуплап ҡаршы алды.

– Был йәш пациенттарҙы дауалау сифатын яҡшыртасаҡ һәм һауыҡҡандар процентын артты­ра­саҡ, – тип иҫәпләй Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш балалар онколог-гематологы Александр Румянцев. – 18–21 йәшлек сирлеләргә ҡарата юғары интенсив протоколдарҙы ҡулланһаҡ, уларҙың 85–95 процентын һауыҡтырасаҡбыҙ, – тигән ышаныс белдерә ул.

Тәжрибәле табиптың һүҙҙәре  ҙур өмөт тыуҙыра. Онкология сиренә дусар үҫмерҙәр хәҙер профилле  балалар дауаханаларында дауаланыуҙарын 21 йәш­кә тиклем дауам итәсәк. Был үҙгәрештәр граждандарға түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһә­теү­ҙең дәүләт гарантиялары программаһына индерелгән. Быға тиклем хәл башҡаса ине: 18 йәше тулыу менән хәл-торошо нисек, терапия этабы, сирҙең үҙенсәлеге  ниндәй булыуына ҡара­маҫ­тан, үҫмерҙәр өлкәндәр дауаханаһына күсерелде.

- Г. БАЛТАБАЕВА, Д. АРЫҪЛАНОВА әҙерләне.

Читайте нас