Сәләмәт булайыҡ
24 Сентябрь 2021, 15:48

Электрон тәмәке үпкәне “ашай”

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото:БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Электрон сигарет етештергән компаниялар үҙ продукцияһын маҡтауҙан бушамай. Йәнәһе, был “модалы” көйрәткестәр кеше һаулығына зыян килтермәй, химикаттар парға әйләнә, үпкәне зарарламай... Ғәмәлдә нисек һуң?

 Электрон сигареттарҙың эш принцибы шыйыҡлыҡты йылытыуға һәм уны тын алыу өсөн парға әүерелдереүгә нигеҙ­ләнгән. Никотин бер ҡайҙа ла китмәй, ә кешене бәйлелеккә нығыраҡ йәлеп итә. Етештереүселәр пар һулауҙы тәмәке тартыуға ҡарағанда зарарһы­ҙыраҡ тип иҫбатларға тырыша. Имеш, тәмәке тартҡанда меңәрләгән канцероген һәм химикаттар бүленеп сығып, тын алыу ағзаларына, үпкәгә юл ала, ә пар менән тын алыу зыянһыҙ...

Вейп (парҙы һулау өсөн ҡорамал) өсөн етештерелгән шыйыҡлыҡ составында, токсик матдәләрҙән тыш, никотин да бар, тимәк, уның зыянлы тәьҫире электрон сигареттарға ла хас.

Вейптарҙағы шыйыҡлыҡҡа пар һәйбәт таралһын өсөн махсус иреткән матдәләр өҫтәйҙәр – глицерин, пропиленгликоль, Е витаминының майлы иретмәһе һәм башҡа төрлө өҫтәмәләр. Йылытҡанда был химикаттар аэрозолгә әүерелергә тейеш, тик уларҙың бер өлөшө ғәмәлдә тамсы рәүешендә үпкәгә эләгә һәм шунда ҡала. Үпкәгә майҙарҙың эләгеүе сәләмәтлек өсөн хәүефле, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Үпкәнең шешенеүе, унда һыу йыйылыуы липоидлы пнев­монияға әүерелеүе мөмкин.

EVALI – вейперҙарҙың яңы сире. Был термин йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында киң таралған, АҠШ-та барлыҡҡа килгән. Әлегә был сирҙе асыҡлау өсөн тест һәм маркерҙар уйлап табылмаған, шуға күрә пациентта үпкә сиренә шик тыуғанда уның электрон сигарет тартыуы тураһында һорашырға кәрәк.

Был яңы сир нигеҙендә үпкәнең киҫкен зарарланыуы ята, ике яҡлы пневмония менән оҡшашлыҡтары бар. Ҡайһы бер билдәләре менән танышайыҡ: температура күтәрелеүе, биҙгәк тотоуы, кинәт тән ауырлығын юғалтыу; тын етешмәү, йүтәлләү; ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәре башланыуы (уҡшыу, эс китеү һ.б.); тахикардия (йөрәктең ныҡ ҡағыуы); ҡанда лейкоциттар артыуы.

Вейперҙарҙың яңы сирен диагностикалау ауыр, уны йыш ҡына бактериаль пневмония менән бутайҙар һәм дауалау өсөн антибиотиктар тәғәйенләйҙәр. Был осраҡта дарыуҙарҙан файҙа юҡ, тын алыуҙың насарланыуы ғына мөмкин. Вейперҙар сирен диагностикалау өсөн төрлө анализдар, хатта үпкәнән биопсия алыуҙары ихтимал.

EVALI сирен кортикостероидтар менән дауалайҙар. Ауырыуҙар йыш ҡына реанимация бүлексәһенә эләгә, үпкәне яһалма елләтеүгә мохтажлыҡ кисерәләр.

- Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас