

Мәскәүҙең Коммунаркалағы ковид госпиталенең баш табибы Денис Проценко әйтеүенсә, кешелек коронавирус инфекцияһын еңә алмаясаҡ, ә уның менән йәшәргә өйрәнергә тейеш.
Уның фекеренсә, бөгөнгө пандемия-вирус эпидемиялары тарихында яңы дәүер, кешелек быға тиклем дә улар менән аҙ осрашмаған. “Беҙ уны еңербеҙме, юҡмы? Минеңсә, беҙ уның менән һыйышып йәшәргә өйрәнергә тейешбеҙ. Беҙ бит полиомиелит, ҡыҙылса, киҙеүҙе кисерергә өйрәндек. Йәшәү тигән һүҙ “вакцина яһатырға кәрәк” тигәнде аңлата”, – ти ул.
Сентябрҙә коронавирустан үлем кимәле артты. Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республикала вакцина яһатыуҙы тулыһынса тамамлағандар күбәйә. Күптәр был сараның мөһимлеген яҡшы аңлай, сөнки алда миҙгелгә хас киҫкен вируслы инфекциялар, киҙеү киләсәк. Үкенескә ҡаршы, әлегә вакцинанан башҡа был зәхмәттән һаҡланыу сараһы юҡ. Прививкаланған ауырыуҙар сирҙе еңелерәк үткәрә.
- Г. БАЛТАБАЕВА, Д. АРЫҪЛАНОВА әҙерләне