Сәләмәт булайыҡ
24 Сентябрь 2021, 15:46

Менделеев таблицаһындағы бөтә элементтар ҙа бар

dary-prirody.rudary-prirody.ru
Фото:dary-prirody.ru

Ҡайын ороһо (чага) – ҡыу бәшмәк күҙәнәктәре менән зарарланғандан һуң ағас ҡабығында үҫеп сыҡҡан, күмер киҫәгенә оҡшаш бәшмәк. Зарарлы паразиттар ағас эсенә ярыҡтар, һынған урындар аша үтеп инә. Чага ағаста егерме йыл, хатта унан да оҙағыраҡ үҫә ала. Ауырлығы биш килограмға етеүе ихтимал. Ҡыу бәшмәк бөтә Рәсәй буйынса ҡайын ағастарын зарарлап юҡҡа сығара.

 Айырыуса япон һәм ҡытай медицинаһында был мөғжизәле чаганы йыш ҡулланалар. Ҡайын ороһон йылдың һәр мәлендә йыйырға мөмкин, шулай ҙа иң яҡшы ваҡыт – япраҡтар ҡойол­ғандан һуң, сөнки ағаста башҡа ағыулы бәшмәктәр үҫеүе лә ихтимал, уларҙы айыра белергә кәрәк. Ваҡланған һәм киптерелгән чаганы ике йылдан да артыҡ һаҡламайҙар.

Ул – ағастарҙың йәшәү ҡеүә­тен  үҙенә туплаған, шифалы дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған, Менделеев таблицаһын­дағы бөтә элементтарҙы ла тиерлек һаҡлаған көслө сара. Ғалимдар әле булһа чаганы өйрәнеү өҫтөндә.

Ундағы бетулин кислотаһы байтаҡ файҙалы сифаттарынан тыш, шештәргә ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә. Магний ҡан баҫымын нормалләштерә, калий менән берлектә нервы систе­маһына ыңғай тәьҫир итә. Калий һәм натрий тоҙҙары организмда һыу-тоҙ балансы һәм туҡыма күҙәнәктәрендә кислород кимәлен тоторға ярҙамлаша. Тимер гемоглобин етештерелеүен әүҙем­ләштерә, тәбиғи антиоксидант – цинк ҡартайыу процесын аҡрынайта. Марганец иһә глюкоза, холестерин һәм ҡалҡан биҙе гормондары кимәлен көйләп, шәкәр диабеты, инсульт һәм инфаркт хәүефен кәметә. Ул шулай уҡ нервы һәм репродуктив системаны нығыта, тип иҫәпләй белгестәр.

Ҡайын һыуының алюминий, көмөш, кобальт, никель, кремний, ыҫмала, туҡыма күҙәнәге һәм башҡа элементтарға бай булыуын беләбеҙ. Ҡайын ороһонда витаминдар күп тупланған. Ретинол күҙҙәрегеҙҙең үткерлеген оҙаҡ йылдарға һаҡлар, фолий кислотаһы йөклө ҡатындар һаулығы өсөн (тыуасаҡ сабыйҙың нервы системаһын формалаштырыу өсөн яуап бирә) әһәмиәт­ле. С витамины организмдың төрлө йоғошло сирҙәрҙән һаҡ­ланыу көсөн арттыра. Токоферол аҡһым берләшмәләре, углевод һәм майҙар алмашыныуында ҡатнаша. Никотин кислотаһы “насар” холестеринды кәметеүгә йоғонто яһай, ә В төркөмө витаминдары нервы системаһы һәм энергия алмашыныуы өсөн файҙалы.

Дөрөҫ ҡуллана белгәндә, ҡайын ороһо организм сәлә­мәтлеге өсөн баһалап бөткөһөҙ. Халыҡ медицинаһында уны гастриттарҙың бер нисә төрөн дауалауҙа ҡулланғандар. Уның сәй, май рәүешендәге формаларын дарыуханаларҙа ла һатып алырға мөмкин.

Был тәбиғәт хазинаһы нисек кенә организм өсөн файҙалы булмаһын, ҡулланыр алдынан тәүҙә табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ, сөнки ҡайһы бер осраҡ­тарҙа ҡайын ороһо аллергия реакцияһы тыуҙырыуы, һаулыҡҡа зыян килтереүе ихтимал. Уның ҡайнатмаһын йәки төнәтмәһен әҙерләгәндә дозаһын, техноло­гияһын боҙмаҫҡа, дөрөҫ файҙа­ланырға кәрәк, тип иҫкәртә табиптар.

- Динә АРЫҪЛАНОВА. 

Читайте нас