

Рәсәй табибы, эпидемиолог Эдуард Шунков “COVID-19 менән сирләгәндәрҙе дауаханаға оҙатыуҙың өс төп сәбәбе бар” тип белдерә.
Беренсенән, вакцина яһатҡандан һуң организм вирус менән бәйләнешкә ингәнгә тиклем антиесем булдырып өлгөрмәүе ихтимал.
Икенсенән, һәр кешенең организмы төрлөсә була, һәм тап ошо үҙенсәлектәргә бәйле ҡайһы бер осраҡта антиесемдәр кешене һаҡларлыҡ кимәлдә барлыҡҡа килмәй.
Өсөнсөнән, юғары һаҡлау кимәле булыуға ҡарамаҫтан, вирус көсөргәнеше унан да юғарыраҡ булған осраҡта.
Шунков шулай уҡ тағы бер мөһим шартты билдәләй. Прививкалы кеше эргә-тирәһендәгеләр ҙә вакцина яһатҡан осраҡта ғына үҙен хәүефһеҙ тоя аласаҡ. Шуға күрә прививканы мөмкин тиклем күберәк кеше эшләтергә тейеш. Әлбиттә, сәләмәтлегенә бәйле проблема булған, аллергиянан йонсоған кеше ғәмәлде кисектерә ала йә табип һығымтаһы буйынса бөтөнләй яһатмауы ихтимал.
Быға тиклем Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко “илебеҙҙә COVID-19 менән дауаханаға эләгеүселәрҙең 98 проценттан ашыуы коронавирустан прививка яһатмаған” тип белдергәйне.
Был вакцина эшләтеүҙең һөҙөмтәле икәнлеген күрһәтә, тип һығымта яһай ведомство етәксеһе.
- Г. БАЛТАБАЕВА, Д. АРЫҪЛАНОВА әҙерләне