

Тормошта уңышлы, сәләмәт, һәр үткән көндән ҡәнәғәт булыу өсөн белемле, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алыу, ғаиләле булыу ғына етмәй, ти психологтар.
Кеше күңелен, кисерештәрен өйрәнгән, көн дә ошо проблемалар эсендә ҡайнаған белгестәр ни өсөн йәшәү көсөн юғалта барыуыбыҙҙың, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоларының тынғы бирмәү сәбәптәрен бына ниҙә күрә, танышығыҙ!
Уларҙың фекеренсә, беҙ “юҡ” тип әйтергә теләгән ерҙә йыш ҡына “эйе” тип әйтеп яңылышабыҙ, ял итмәйбеҙ, үҙебеҙҙең яратҡан эш менән шөғөлләнмәйбеҙ... Хатта күңелебеҙгә ятмаған, бер яҡтан да ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмаған кешеләр менән аралашыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Гел генә тормошонан ҡәнәғәт булмайынса, туҡтауһыҙ зарланған, донъяны ҡара төҫтәрҙә генә күргән таныштарҙан айырыла алмай йонсойбоҙ.
Ҡасан, ниндәй шарттарҙа күңелде үҫтереп, кәйефте күтәреп, йәшәүгә ынтылышты арттырып була? Белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ, бәлки, береһе генә булһа ла тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ярҙам итер.
Яңы таныштар табығыҙ, яңы белем үҙләштерегеҙ, үҙгәрештәр алдындағы ҡурҡыу тойғоһонан ҡотолоғоҙ, ижад итегеҙ, һеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған һәм ышаныслы кешеләр менән аралашығыҙ, тип кәңәш итә психологтар. Бассейнға, мунсаға барыу, тышта йөрөү (магазинға йәки эшкә йүгереү менән бутамағыҙ), күңелегеҙ ҡушҡан эш менән шөғөлләнеү йөрәгегеҙгә ял, тәнегеҙгә көс бирәсәк, тип иҫәпләй белгестәр.
Ҡыҫҡаһы, иңегеҙгә башҡаларҙың ҡулдан килмәҫлек проблемаларын алмаҫҡа тырышығыҙ, сөнки бының менән ике яҡҡа ла зарар килтереүегеҙ ихтимал.
- Динә АРЫҪЛАНОВА