

Ҡайһы бер ауырыуҙарҙы дарыуҙарға ҡарағанда ла һуған яҡшыраҡ дауалай, ти танышым. Шуға күрә дарыуханаға йүгергәнсе, тәүҙә һуғанды файҙаланып ҡарарға тәҡдим итә. Күҙҙәрҙе әсеттерә, “илата” торған йәшелсә көкөрткә бай, шунлыҡтан уға бактерияларға, сепсисҡа ҡаршы тороу үҙенсәлектәре хас, тип иҫбатлай ул.
“Танауҙы таҙартыу өсөн бик яҡшы сара ул һуған. Башығыҙҙа артҡа ташлап, танау өҫтөнә бер-ике һуған киҫәге һалып еҫкәгеҙ. Уны тураҡлап, тәрилкәгә һалғандан һуң, башты таҫтамал менән ябып та, йәшелсәне еҫкәргә мөмкин. Эйе, процедура кинәнес тыуҙырмай, әммә ул танау эсен яҡшы таҙарта.
Йүтәлдән ҡотолоуҙың бер юлы– һуған сиробы. Бер баш һуған, ярты баш һарымһаҡ, яртышар шәшке көрән һәм аҡ шәкәр ҡомон блендерҙа болғатып, бал өҫтәгеҙ. Һауытты ҡапҡас менән ябып, 8-12 сәғәткә һыуытҡысҡа ултыртығыҙ. Аҙаҡ берәр ҡалаҡлап эсегеҙ, Тәме оҡшамаҫ, әммә йонсотҡос йүтәлдән ҡотолорһоғоҙ.
Һуғанды уҡшытҡанды баҫыу, насар еҫтәрҙән ҡотолоу өсөн дә ҡулланалар. Уның зарарлы бәшмәксәләргә ҡаршы тороу үҙенсәлеге бар. Эштән ҡайтҡандан һуң сисенгәндә аяҡтарҙан насар еҫ килгәнен тойһағыҙ, табандарҙы һуған менән ун минут тирәһе ышҡығыҙ, аҙаҡ аяҡтарығыҙҙы йылы һыу менән йыуығыҙ. Ике-өс көн ошолай эшләһәгеҙ, насар еҫтән ҡотолорһоғоҙ.
Йәйен серәкәйҙәр тәнде тешләп йонсота, тире ҡысытыуына түҙеп булмай. Был саҡта ла ярҙамға һуған килә. Ҡысытҡан тирегә һуғанды һалып торһағыҙ, ҡысытыу ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығыр. Сәс ныҡ ҡойолғанда һуған һуты ярҙам итә, сөнки унда, бая әйткәнемсә, көкөрт күп тупланған.”
Фото:Fb.ru