Сәләмәт булайыҡ
26 Сентябрь 2021, 17:00

“Бында үлем менән йәшәү сигендә...”

Уның 72 йәшлек әсәһен табиптар ҡотҡарған, ә бына атаһы Яңы йыл байрамы көнөндә...

“Бында үлем менән йәшәү сигендә...”“Бында үлем менән йәшәү сигендә...”
“Бында үлем менән йәшәү сигендә...”

Өфө ҡалаһында йәшәгән 48 йәшлек математика уҡытыусыһы Лидия Исламова август айында коронавирус инфекцияһын йоҡтора. Аллергия хас булғанға күрә, вакцина яһатырға ашыҡмай. Бөтә гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәй: битлек, бирсәткә кейә, магазиндан алған аҙыҡ-түлекте эшкәртә, телефонын һөртөп, таҙартып ҡына тора, әммә сирҙән ҡасып ҡотола алмай.

“Ирем минән өс көнгә алда сирләне. Аҙыраҡ баш ауыртыуын, тымау тейеүен тойғас, тән температураһын үлсәп ҡараным: 37,2 градус. Ирем менән икебеҙ ҙә ПЦР анализын тапшырҙыҡ, ковид раҫланды. Ирем сирҙе аяғөҫтө йөрөп үткәргән, тимәк. Үпкәһенең 20 проценты зарарланған, минеке – 7 проценты,”– ти ул. Өйҙә дауаланырға булалар.

“Минең тын алыу системаһы үҙ функцияларын үтәй алмағандыр, моғайын. Температура 38,2 градустан төшмәй. Терапевт госпиталгә һалырға ҡарар итте. Ни эшләйһең, кәрәк булғас, бараһың инде, тип уйлайым. Өйҙән һәйбәт кәйеф менән сығып киттем, әллә күпме эштәрҙе теүәлләнем. Дауаханала КТ тикшереүен үткәрҙеләр, үпкәнең 75 проценты зарарланып та өлгөргән! Ә бит минең һаулығыма әллә ни зарланғаным да булманы: ҡанда шәкәр юҡ, ҡан баҫымы нормала. Табиптарҙың әйткәндәрен теүәл үтәйем: битлекте сисмәҫкә, һыу эсмәҫкә, ҡорһаҡта ятырға...

Бында табиптар бик иғтибарлы, бер үк һорауға ике-өс тапҡыр яуап ҡайтаралар, ололар аңлаһын, тиептер инде. Табиптарҙың бөтәһе лә тиерлек туған телдәрен яҡшы белә, әбейҙәр менән башҡортса ла, татарса ла һөйләшәләр.  Саҡырыу төймәһенең булыуы бик уңайлы, баҫыу менән шунда уҡ килеп етәләр. Мине дауалаған табип Динә Тимерхан ҡыҙы Булатова эргәмә йыш килеп,  кәңәштәрен биреп торҙо. Нисек тын алырға, нисек ятырға, дарыуҙарҙы нисек ҡабул итергә... Табиптар үҙҙәренең арығанлығын күрһәтмәҫкә, йылмайып һөйләшергә тырыша. Бүлексә мөдире Флорид Рафаэль улы Хисамиевҡа белеме, иғтибары өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур рәхмәт!

Мин дүрт кешелек палатала яттым, бөтә ерҙә таҙалыҡ, йыйыштырып ҡына торалар. Бөтә уңайлыҡтар бар, аш-һыу тәмле. Тәүге мәлдә бер ни ҙә күҙеңә салынмай, әлбиттә, һаташа-һаташа йоҡлайһың, көндәрҙең нисек үткәнен дә һиҙмәйһең...”

Лилиә Ғиндулла ҡыҙының ата-әсәһе лә ҡышҡыһын вирусты йоҡторған. 72 йәшлек әсәһен табиптар ҡотҡарған, ә бына атаһы сирҙе еңә алмаған. Үткән йылдың 31 декабрендә вафат булған.

“Зубовтағы госпиталгә эләгеүем мине үлемдән ҡотҡарҙы. Бында йәшәү менән үлем сигендәге ауырыуҙарҙы килтерәләр.  Иртән уяныу менән тик яҡшылыҡ, һауығыу тураһында ғына уйларға тырыштым. 11 көндән һуң дауахананан сыҡтым, хәҙер табиптар кәңәшен тотам, саф һауала йөрөйөм, ике айҙан һуң ғына КТ тикшереүен үтергә ҡуштылар. Барығыҙға ла һаулыҡ теләйем,” – ти Лидия Исламова.

Фото: ”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас