Сәләмәт булайыҡ
26 Сентябрь 2021, 10:45

Ике тәүлектә 39 ауырыуҙың ғүмере өҙөлдө...

Һуңғы тәүлек эсендә республикала 377 кешенең сирҙе йоҡтороуы асыҡланды.

Ике тәүлектә 39 ауырыуҙың ғүмере өҙөлдө...Ике тәүлектә 39 ауырыуҙың ғүмере өҙөлдө...
Ике тәүлектә 39 ауырыуҙың ғүмере өҙөлдө...

Ял көндәре лә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре өсөн көсөргәнешле үтте. Һуңғы тәүлектә вирус йәнә 19 пациенттың ғүмерен өҙҙө, ә унан алдағыһында 20 ауырыу вафат булды. Рәсми мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республикала вирус ҡорбандары 1535-кә етте.

Һуңғы тәүлек эсендә республикала 377 кешенең сирҙе йоҡтороуы асыҡланды. Пандемия осоронда барлығы 65,3 меңдән ашыу кешенең  коронавирус инфекцияһын эләктереүе билдәле. Рәсәйҙә лә сир таралыуын дауам итә, һуңғы тәүлектә генә лә инфекцияны йоҡтороуҙың 22,5  мең осрағы теркәлгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 805 ауырыу вафат булған.

Рәсәй белгестәренең әйтеүенсә, беҙҙә башҡа илдәрҙәге кеүек үк коронавирустың яңы “дельта” штамы хакимлыҡ итә. Варианттары төрлө. Әлегә унан да хәүефлерәк штамдар, геноварианттар күҙәтелмәй, ти эксперттар.

 Фото:smartik.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас