Сәләмәт булайыҡ
27 Сентябрь 2021, 14:00

Бүләкһеҙ ҡалмағыҙ!

“Сәләмәт Өфө” акцияһы бөгөн, 27 сентябрҙә, башланды. Уның шарттары ниндәй?

Бүләкһеҙ ҡалмағыҙ!Бүләкһеҙ ҡалмағыҙ!
Бүләкһеҙ ҡалмағыҙ!

Өфөлә коронавирустан вакцина яһатҡан өлкәндәр бүләк аласаҡ. Был хаҡта баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

“Сәләмәт Өфө” акцияһы бөгөн башланды. Унда ҡатнашыу өсөн 60 йәштән өлкән кешеләрҙең “Торатау” конгресс-холында прививка яһатыуы шарт. Пункт 1-се ҡатта урынлашҡан, Башҡорт дәүләт университеты яғынан инергә. Вакцина эшләтергә килгән өлкәндәргә дәртләндереүсе бүләктәр тапшырыласаҡ.

Прививканы ял көндәрендә лә 9.00 - 19.00 сәғәттәрҙә яһатырға мөмкин. Акция Оло йәштәгеләр көнөнә арналған һәм ике аҙна буйы барасаҡ. Өлкәндәрҙең прививка яһатыуы бик мөһим.

Фото: ”Горобзор”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас