

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенән белдереүҙәренсә, киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм грипп миҙгелендә һаулығыңды хәстәрләүҙең һөҙөмтәле ысулдарының береһе - вакцинация.
Республикала 2021-2022 йылдың эпидемик осоронда киҙеүгә ҡаршы 2400000 кешегә прививка эшләү планлаштырыла. Был - төбәк халҡының 60 проценты. Шул иҫәптән 493 мең балаға, 1900000 өлкән кешегә, ете мең ауырлы ҡатынға вакцина яһау ҡарала. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, өлкән йәштәге 800 мең кешегә прививка эшләнгән. Уларҙың 99 435-е - "Ультрикс", 695 693-ө "Совигрипп" һалдырған.
Шуны белеү мөһим:
- киҙеүҙән вакцинациянан һуң иммунитет ике-дүрт аҙнанан һуң барлыҡҡа килә
- ковид-19-ға һәм грипҡа ҡаршы эшләнгән прививкалар араһында кәмендә бер ай ваҡыт булырға тейеш
Табиптарға кәңәш: прививкаларҙың шәхси календарын киҙеү көсәйгәндә, ноябрь-декабрь айҙарында, ныҡлы иммунитет барлыҡҡа килеп өлгөрөрлөк итеп планлаштырырға кәрәк.
Гриптан вакцинация буйынса иң күп бирелгән һорауҙарға яуаптар карточкаларға тупланды. Уларҙы үҙегеҙҙә һаҡлағыҙ, дуҫтарығыҙ менән бүлешегеҙ.
Фото һәм мәғлүмәт: https://vk.com/tsur_bashkortostan