Сәләмәт булайыҡ
28 Сентябрь 2021, 10:00

20 ауырыу сирҙе еңә алмаған...

Пневмония осраҡтары тәүлектә 168-гә артҡан һәм ошо диагноз ҡуйылған 152 ауырыу һауыҡҡан.

20  ауырыу сирҙе еңә алмаған...20  ауырыу сирҙе еңә алмаған...
20 ауырыу сирҙе еңә алмаған...

Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуы дауам итә, эпидемиологик хәл хәүефле. Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандар һаны  384-кә артҡан. Стационарҙарҙа 654 ауырыу дауалана, 387-һен алтмыш йәште уҙған өлкәндәр тәшкил итә. 35 пациент ауыр хәлдә, туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Амбулатор шарттарҙа 6 526 кеше дауалана, шуларҙың 3 624-е – алтмыш йәштән өлкәндәр.  Тәүлек эсендә  611 ауырыу һауыҡҡан һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 20 пациенттың ғүмере өҙөлгән. Вирус ҡорбандары һаны республикала 1 575 –кә етте. Пневмония осраҡтары тәүлектә 168-гә артҡан һәм ошо диагноз ҡуйылған 152 ауырыу һауыҡҡан.

Республикала вакцина яһатыу темпы бер ни тиклем һүлпәнәйҙе. Тулыһынса прививка ҡаҙатҡандар һаны 1 165 720 тәшкил итә. Тәүлек эсендә 3 334 кеше вакцина яһатҡанлығы билдәле.

Фото:tfoms-rb.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас