

Бер кемгә лә сер түгел: артыҡ ауырлыҡ, йәғни һимеҙлек һуңғы йылдарҙа киң таралған сирҙәр рәтенә инде. Белгестәр бының сәбәптәрен төрлө күренештәргә бәйләй. Беренсенән, ашаған ризығыбыҙҙың сифаты. Хәҙер күптәр ярымфабрикаттарға, фастфудтарға өҫтөнлөк бирә, табында ашауға ҡарағанда машинала, эш араһында ҡапҡылап алыу менән сикләнә. Аҙыҡ-түлеккә төрлө тәмләндергес ҡушымталарҙың, оҙаҡ һаҡлауға булышлыҡ иткән консерванттарҙың саманан артыҡ ҡушылыуы ла һаулыҡҡа зыян итмәй ҡалмай. Икенсе сәбәп – аҙ хәрәкәтләнеү. Заман уңайлыҡтары, техник үҫеш беҙгә күп эште ултырып ҡына башҡарыу, яҡын араға ла машинала ғына йөрөү мөмкинлеген бирҙе. Был да тышҡы ҡиәфәтебеҙҙә кире сағылыш тапмай ҡалмай. Шулай уҡ экология торошо, башҡа сәбәптәр ҙә сәләмәтлеккә, кәүҙә-һын һомғоллоғона тәьҫир итмәй ҡалмай.
Фитнесмы, баҡсамы?
Йыл әйләнәһенә фитнес-үҙәктәргә йөрөгән таныштарым бар. Арыу уҡ аҡса сарыф ителеүҙе иҫәпкә алмағанда, был шөғөлдөң артыҡ кире яҡтарын да билдәләп булмайҙыр. Бына үҙҙәре нимә ти был турала.
“Фитнес-үҙәккә йылына кәм тигәндә дүрт тапҡыр берәр айлап йөрөп алам. Быны һәр миҙгелдә эшләргә тырышам. Мин иртә торорға яратам, шуға күрә фитнесҡа ла иртән, эшкә тиклем, йөрөйөм. Йоҡонан уянып етмәгән тәнде яҙып, рәхәтләнеп тренажерҙарҙа шөғөлләнеп, унан инде душта ҡойоноп, эшкә юлланам. Был шөғөл шул тиклем көс-дәрт бирә – үҙеңде көнө буйы осоп ҡына йөрөгәндәй тояһың!
Кәүҙә матурлығын һаҡлау өсөн дөрөҫ туҡланырға тырышам, әммә эшемдең, биләгән вазифамдың көсөргәнешле булыуы был ҡағиҙәне даими тоторға мөмкинлек бирмәй”, – тип һөйләне 52 йәшлек Гүзәл исемле ханым.
“Икенсе ҡыҙымды тапҡандан һуң кәүҙә ауырлығым 88 килограмға етте. Буйым – 160 сантиметр. Ғөмүмән, 28 йәштә ундай буй-һын килешмәй ине. Өйҙә үҙаллы күнегеүҙәр яһау әллә ни һөҙөмтә бирмәне. Артыҡ ауырлыҡ аяҡтарға, билгә кире тәьҫир итә башланы. Ябығырға теләүемде белгән ирем фитнес-үҙәккә абонемент бүләк итте. Альбина исемле бик яҡшы тренерға эләктем, йәштәштәр ҙә булғас, дуҫлашып киттек. Ул миңә: “Кәүҙәне тонуста тотоу өсөн фитнес бик яҡшы шөғөл, әммә иң тәүҙә туҡланыуҙы яйға һалырға кәрәк. Ашауҙы кәметһәң, артыҡ ауырлыҡ шунда уҡ китә”, – тип кәңәш бирҙе. Әле тән ауырлығым – 62 килограмм. Акциялар мәлендә үҙем шөғөлләнгән үҙәккә ярты йәки тотош бер йылға абонемент һатып алам – бик отошло килеп сыға. Күберәк эштән һуң, киске туғыҙ тирәһендә йөрөйөм. Физик күнегеүҙәрҙән еңелсә арыу, йылы душ ҡабул итеү йоҡоға ла яҡшы тәьҫир итә. Туҡланыуҙы ла, күнекмәләрҙе лә һәр ваҡыт контролдә тоторға тырышам, сөнки аҙ ғына ҡул һелтәһәм, артыҡ килограмдар мине “һағалап” ҡына тора”, – тип көлә 35 йәшлек Роза.
Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа фитнес-үҙәккә аяҡ та баҫмайынса ла, кәүҙә һомғоллоғон юғалтмаған кешеләр була. 67 йәшлек Римма апайҙың да буй-һыны йәштәр көнләшерлек. Бының серен һорағас, “Хәрәкәттә – бәрәкәт. Минең өсөн иң яҡшы фитнес – баҡса”, – тип йылмайҙы ул. Ысынлап та, бер минут буш ултырғанын күрмәҫһең был егәрле ханымдың. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҡсаһында булыша, мул уңыш үҫтереп, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен һыйлай, артҡанын Өфө баҙарына алып барып һатып та ҡайта. Йәй буйы ихатаһында күпләп ҡош-ҡорт аҫрай. Бер ҡараһаң, баҡсаһында эшләп йөрөй, икенсе ҡараһаң, “һаҙ буйынан ҡош-ҡортҡа витаминлы аҙыҡ – кесерткән сабып алдым”, тип ҡайтып бара, йә булмаһа, ейәнсәрен эйәртеп, урманға еләккә юллана.
“Көнө буйы эшләп тик йөрөйһөгөҙ шикелле, арымайһығыҙмы?” – тип һорағас, “Юҡ, һис тә арымайым, шулай өйрәнгәнмен. Төштән һуң бер аҙ ятып ял итеп алам – шул етә, – тип яуапланы Римма апай. – Бер мәл ейәнсәрем, “Өләсәй, әйҙә һинең көн буйы күпме юл үткәнеңде беләйек”, тип, ҡулыма сәғәт тағып ебәрҙе. Кис ҡарап көлә: “Һин бит рекорд ҡуйғанһың: 13 меңгә яҡын аҙым яһағанһың!” – ти”.
Белгестәр әйтеүенсә, сәләмәтлек өсөн көн һайын кәм тигәндә 4500–5000 аҙым атлап йөрөргә кәрәк.
Һимеҙлек “йәшәрә”
Мәҙинә исемле танышым бер нисә йыл элек тренажер һатып алды. Тәүҙәрәк бик әүҙем шөғөлләнә ине, һуңғы йылдарҙа, үҙе әйтмешләй, “онотҡанда бер күнекмә яһай”. Күптән түгел барғанымда тренажерҙың юҡҡа сығыуына иғтибар иттем. “Һатып ебәрҙеңме әллә?” – тигән һорауыма, “Юҡ, ейәнемә бүләк иттем. Артыҡ ауырлыҡтан йонсой бит шул бала. 13 йәшендә 100 килограмға етеп бара. Табиптар шәкәр диабеты хәүефе бар тигәс, әсәһе был проблеманы ныҡлы контролгә алды”, – тип яуапланы танышым.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа һимеҙлек ныҡ “йәшәрә”. Үҙегеҙҙең бала сағығыҙҙы иҫләгеҙ әле: эргә-тирәләге тиҫтерҙәрегеҙ, класташтарығыҙ араһында һимеҙ балалар булдымы? Юҡтыр йәки булһа ла, бер-икәүҙән артыҡ түгелдер. Ә хәҙер был күренеш табиптарҙың саң ҡаҡҡан темаһына әйләнде.
Ғәҙәттә, балаларға был ғәмәлдән дарыуҙар тәғәйенләнмәй. Ә ниндәй саралар күрергә һуң? Бөгөн Рәсәйҙә барлыҡ балаларҙың 15-20 проценты тулы кәүҙәле һанала, тағы ла 5-10 проценты һимеҙлектән йонсой. Был күрһәткестәр донъяның башҡа илдәрендә лә яҡынса ошо сама тәшкил итә. Балалар һимеҙлеге, уҙған быуаттың 80-се йылдары менән сағыштырғанда, өс тапҡырға артҡан.
Башҡортостанда ла һәр бишенсе мәктәп уҡыусыһы артыҡ ауырлыҡтан йонсой һәм был күренеш артҡандан-арта. Балалар һимеҙлегенең төп сәбәбе – саманан тыш ашау. Әйткәндәй, яһалма туҡландырыуҙа булған сабыйҙар араһында әлеге сиргә юлығыу хәүефе көслөрәк.
Бала кешегә кәүҙә матурлығын нисек ҡайтарырға? Дауалауҙың төп алымы диетик туҡланыу, артығын ашамау һәм асыҡмауҙан тора. Шулай уҡ физик әүҙемлек, хәрәкәтсән тормош рәүеше, хеҙмәт тәрбиәһе һөҙөмтәгә өлгәшеүҙә мөһим роль уйнай. Үрҙә билдәләп үтеүебеҙсә, балаларға һимеҙлектән дарыуҙар тәғәйенләнмәй, бары тик холестерин кимәлен контролдә тоторға кәрәк.
Өфө табибәһе Регина Ахунйәнова, йәғни Доктор Регина – интернеттағы иң билдәле блогерҙарҙың береһе, уның инстаграмын бөтә Рәсәйҙән миллион ярым самаһы кеше уҡый. Ул көн һайын интернетта дөрөҫ туҡланыу тураһында һөйләй. “Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу өсөн бары тик сама белеп ашау һәм әүҙем тормош рәүеше алып барыу ярҙам итә”, – ти табибә.
Регина үҙенең сығыштарында көн һайын кәм тигәндә ике литр һыу, көнөнә ике-өс тапҡыр сәй, шул иҫәптән үлән сәйе эсергә, һәр ике-дүрт сәғәт һайын сама белеп ашарға, тулыһынса тәмле-татлынан һәм ҡамыр ризыҡтарынан баш тартырға кәңәш итә. Был ҡағиҙәләрҙе һис икеләнмәйенсә тулылыҡтан йонсоған балаларға ҡарата ла ҡулланырға мөмкин. Артыҡ кәүҙә ауырлығынан ҡотолорға теләгән оло кеше булһынмы, баламы, иң мөһиме – шуны аңларға тейеш: ябығыу өсөн асығырға, хатта ниндәйҙер ҡәтғи диеталар тоторға кәрәкмәй, бары тик сама менән дөрөҫ, йәғни сәләмәт туҡланырға һәм тейешенсә хәрәкәтләнергә генә кәрәк.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА