

Эксперттар “ТОП-100 Рәсәй шифаханалары” инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе рейтингы өҫтөндә эште тамамланы. Ул Һауыҡтырыу туризмы һәм корпоратив сәләмәтлек ассоциацияһы тарафынан алтынсы тапҡыр үткәрелде.
Яңы рейтинг 2020 йыл мәғлүмәттәренән сығып төҙөлгән, 2016-2020 йылдар өсөн инвестиция йәлеп итеү ҡеүәте күрһәткестәре динамикаһы алынған. Шифахана-курорт ойошмаларының инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен баһалау өсөн верификацияланған RAEX иҫәп методологияһы буйынса тармаҡ һәм финанс күрһәткестәре файҙаланды. Рейтингҡа мәғлүмәт яғынан ярҙамды Туризм буйынса федераль агентлыҡ күрһәтә. Башҡортостандың дүрт шифаханаһы – “Янғантау”, “Танып”, “Йоматау”, “Яҡтыкүл” “ТОП -100 Рәсәй шифаханалары” инвестиция йәлеп итеү рейтингына инде һәм 5-се, 12-се, 25-се һәм 65-се юлдарға урынлашты.
– Туризм тармағында шифаханаларҙың инвестиция йәлеп итеү ҡеүәте рейтингы – объекттарҙың сифатын яҡшыртыу һәм инвесторҙарҙың әүҙемлеген күтәреүҙе дәртләндереүсе бик мөһим элемент, – тип иҫәпләй Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Елена Лысенкова.
– Башҡортостанда шифахана-курорт йүнәлеше ҙур ҡеүәткә эйә. Урман һәм һыу ресурстары запасы һауыҡтырыу, ял һәм әүҙем туризмды үҫтерергә мөмкинлек бирә, Башҡортостан шифаханаларының дауалау факторҙарын тау, ҡаялар, йылға һәм урмандарҙы үҙ эсенә алған тәбиғәттең матурлығы тулыландыра, быларҙың барыһы ла һауығыу өсөн тәбиғи шарттар тыуҙыра, – тип билдәләне республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.