Сәләмәт булайыҡ
28 Сентябрь 2021, 07:00

Тағы бер госпиталь асылды...

210 койка әҙерләнгән, тағы ла 50 урын резервта.

Тағы бер госпиталь асылды...Тағы бер госпиталь асылды...
Тағы бер госпиталь асылды...

Өфөләге Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһын коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙы дауалау өсөн яңынан үҙгәртеп ҡорорға булдылар.  Был хаҡта дауахананың баш табибы Шамил Булатов белдерҙе.

Ковид-госпиталь терапия корпусы базаһында асылды. 210 койка әҙерләнгән, тағы ла 50 урын резервта. Шуларҙың 20-һе реанимация бүлеге өсөн. Шул уҡ ваҡытта  дауахана республика халҡына бөтә профилдәр буйынса медицина ярҙамы күрһәтәсәк.

27 сентябргә алынған мәғлүмәттәр буйынса,  Башҡортостанда ковид-пациенттар өсөн  бөтәһе 5 465 урын булдырылған. Һуңғы тәүлектә стационарҙарға 449 пациент килтерелгән, 89-ы – балалар. Тағы ла 291 бала өйҙә дауалана.

Фото:Newsbash.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас