Сәләмәт булайыҡ
28 Сентябрь 2021, 06:29

Ҡулдарының име бар

“Яуаплылыҡ ике тапҡыр арта, сөнки пациент берәү, ә ғүмер икәү”, – ти табибә.

Медицина – һәр саҡ үҫеш, һөнәргә ярашлы белем, яуаплылыҡ, фиҙакәрлек, сабырлыҡ талап иткән тармаҡ.

Иң боронғоларҙан һаналған ошо һөнәр эйәләре бөгөн булһа кеше һаулығы, хатта ки ғүмере һағында уяу тороп, һынау итеп ебәрелгән мең-мең сирҙәр, хатта “заман чумаһы” тип нарыҡланған тажзәхмәткә ҡаршы үҙҙәрен аямай көрәшеп, тормошобоҙҙо күпкә ышаныслы, уңышлы, өмөтлө итә. Шуға күрә табиптар рәхмәт һүҙҙәренең иң бөйөгөнә лайыҡлы. Улар – кеше сәләмәтлеге һағында торған шәфҡәтлелек алиһәләре. Айырыуса табип-акушерҙарҙы, гинекологтарҙы билдәләгем килә, сөнки улар – кешелек тормошон дауам иткән мөһим ваҡиғаны бойомға ашырыусылар.

Әсә ҡарынында яңы ғүмер яралғандан алып, уның туғыҙ айлыҡ үҫеш осорон күҙәтеү һәм йәш әсәне сабыйы менән ҡотлау бәхетенә эйә ул ҡатын-ҡыҙҙар табибы. Шуның өсөн акушер-гинекологтарға талаптар ҙа үтә күп: ул белемле лә, иғтибарлы ла, наҙлы ла булырға, ә иң мөһиме – кәрәк ваҡытта урынлы һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белергә тейеш.

Үҙенең дүртенсе тиҫтә йылын яңы тормош ҡаршылау сәнғәтенә бағышлаған Миңзәлә Хәмитйән ҡыҙы Көҫәпова Сибай ҡалаһы дауаханаһының бала табыу бүлегендә хеҙмәт итә. Ул 1963 йылдың 11 ғинуарында Хәйбулла районының бәләкәй генә Ҡыпсаҡ ауылында донъяға килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ауыл хәҙер картала ла юҡ, сөнки ХХ быуаттың 60-сы йылдарында ул перспективаһыҙҙар рәтенә индерелгәс, ауыл кешеләре төрлө ергә күсеп китергә мәжбүр була. Миңзәләнең туғандары Әлебай ауылына килеп төпләнә.

Киләсәк тормошон медицина менән бәйләү – Миңзәләнең бала саҡ хыялы. Ата-әсәһе Хәмитйән Ғәлиәхмәт улы менән Мәрйәм Тимерғәле ҡыҙы Иҫәнтаевтар ғүмер буйы “Матрай” совхозында тир түгә, оло ағай-апайҙары ла медицина буйынса һөнәр һайламай, ә бына Миңзәлә бәләкәй генә сағынан “больница уйнарға”, туғандарына йылытҡыстар ҡуйырға, тән температураһын үлсәргә ярата. Ата-әсәһен ҡарау, хужалыҡта ярҙам итеү ғаиләлә һигеҙенсе бала булып тыуған ошо ҡыҙға эләгә. Ауыл тормошо, тәбиғәткә яҡын булыу ҙа уның эске булмышына ыңғай тәьҫир яһамай ҡалмай, әлбиттә. Ауыртыуҙы тойоу, кешенең аһ-зарын тыңлау һәм аңлау, уға ярҙам ҡулы һуҙыу һәләте Миңзәләнең булмышында бала саҡтан ярала. Йылдар үтеү менән ул олоғайған ата-әсәһен, ҡайны-ҡәйнәһен дә үҙ ҡарамағына ала, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, һуңғы юлға оҙата.

1978 йылда Бәләкәй Өфө ауылындағы мәктәпте тамамлап, ҡыҙ Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. 1982 йылда ул Өфө дауаханаларының береһендә хеҙмәт юлын башлай. Дауахана етәкселеге йәш белгестә ысын табиплыҡ һәләттәрен күреп, Миңзәлә Хәмитйән ҡыҙына артабан юғары белем алыу хәстәрлеген күрһәтә.

Медицина училищеһында ла, институтта ла Миңзәлә тырыш студент була. Көслө характер, белемгә ынтылыш, яуаплылыҡ тойғоһо, ныҡышмалылыҡ һәм эшһөйәрлек кеүек һыҙаттары Миңзәлә Хәмитйән ҡыҙына бөгөн дә ярҙам итә.

Хирургия эшмәкәрлеге буйынса уҡытҡан оло профессор, өмөтлө студенты Иҫәнтаеваға төбәп, түбәндәге һүҙҙәрҙе ҡабатлар була: “Һеҙҙең арағыҙҙа ысын хирург булырҙай бер генә студентты күрәм”. Шулай була ла. Тәжрибәле уҡытыусы яңылышмай, хатта буласаҡ табиптың артабанғы яҙмышын да күҙаллай. Акушерлыҡ һәм гинекология өлкәһе белгесе булараҡ, Миңзәлә Хәмитйән ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙарҙы йөклөлөк буйынса ғына түгел, ә профилактик күҙәтеү, гормональ фондты тергеҙеүгә тәҡдимдәр биреү, елһенеү процестарын дауалау, йөккә уҙыуҙан һаҡланыу, ҡатмарлы операциялар эшләү кеүек мәсьәләләрҙе лә ҡарай. Ул – алтын ҡуллы хирург.

Шәхси тормошонан да уңа ул: яҙмышын күрше ауыл егете Хәлил Көҫәпов менән бәйләй. Егет әрме хеҙмәтенән һуң Тольятти ҡалаһында заводта эшләгән еренән, һөйгәненә яҡыныраҡ булыу маҡсаты менән, Өфөгә ҡайта. 1988 йылда улдары Артур донъяға килә. Әлеге көндә ике юғары белемле Артур Өфөлә йәшәй, фән юлын һайлаған, атаһы Хәлил Зәйнулла улына эшҡыуарлыҡ эшендә лә ярҙамлашырға өлгөрә.

Көҫәповтарҙың ғаиләһендә мөхәббәт ғали йәнәптәре хөкөм һөрә: бер-береңде ярты һүҙҙән аңлап, береһе икенсеһенең күңелен аяп-ҡурсып, бер-береһе өсөн йәнен фиҙа ҡылырға торған матур пар улар. Шуға ла был йортта һәр саҡ нур уйнап, ырыҫ-ҡот бөркөлөп, ошо миһырбанға, һөйөүгә, үҙ-ара аңлашыуға ҡоролған йылы мөнәсәбәт сит кешене лә үҙенә тартып, ылыҡтырып тора.

“Кеше сәләмәтлеге табиптың профессионализмына, белеменә һәм тәжрибәһенә лә бәйләнгән. Ә инде ауырлы ҡатын-ҡыҙ тураһында һүҙ алып барғанда, яуаплылыҡ ике тапҡыр арта, сөнки был осраҡта пациент берәү, ә ғүмер икәү”, – тип ҡабатларға ярата М.Х. Көҫәпова. Тәжрибәле табип-гинеколог-хирургтың хеҙмәт юлында ашығыс ярҙам күрһәтеү, ҡатмарлы бала табыу осраҡтарында әсәнең һәм сабыйҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу кеүек мөғжизәләр ҙә аҙ булмаған. 

– Баланың донъяға килеүе – әйтеп аңлатып булмай торған тылсым, уға битараф ҡарау дөрөҫ тә, мөмкин дә түгел, ә инде юғалтыуҙар менән  бөтөнләй килешеп булмай, – ти доктор.

Өфөлә, Хәйбулла районында, Сибай ҡалаһында оҙаҡ йылдар эшләү осоронда Миңзәлә Хәмитйән ҡыҙы коллегала­рының һәм пациенттарының оло ихтирамын яуланы. Уға ҡаланан ғына түгел,  Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондарынан, күрше Силәбе өлкәһе ауылдарынан да ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә. Был мәҡәләне яҙырға ла мине табип-хирургтың рәхмәтле пациенттары илһамландырҙы.

Бөтмәҫ рәхмәт хаттары һәм баһаламалар Миңзәлә Хәмитйән ҡыҙы Көҫәпованың ысын һөнәри һәм шәхсән кешелек сифаттары тураһында һөйләй. Ул, үҙ сиратында, утыҙ йылдан ашыу хеҙмәте осоронда һайлаған һөнәренә бер ваҡытта ла хыянат итмәүе, уға тоғро ҡалыуы менән ғорурлана. Хеҙмәтенең иң юғары маҡсаты – донъяға йәш, сәләмәт быуындың килеүе.

Кеше эше менән матур, ти халыҡ әйтеме. Хаҡ һүҙҙәр. Ошо алтын һүҙҙәр нәҡ Миңзәлә Хәмитйән ҡыҙына төбәп әйтелгән, уның табиплыҡ һөнәрен ҡылыҡһырлаған төҫлө. Ҡулдарының име бар, тип ҡатын-ҡыҙҙар уға күренеүҙән, табип менән аралашыуҙан йән тыныслығы, күңел ризалығы, тән сихәте, киләсәккә өмөт һәм ышаныс ала икән – был да уның хеҙмәтенә ҙур баһа. Ошонан яҙҙырмаһын!

- Альбина ӨМӨТБАЕВА.

Йылайыр районы. 

Читайте нас