Сәләмәт булайыҡ
28 Сентябрь 2021, 09:45

Вакцина яһау пункттары ҡыҫҡартылды

Бөгөндән  Өфөлә өс кенә  мобиль пункт эшләйәсәк.

Вакцина яһау пункттары ҡыҫҡартылдыВакцина яһау пункттары ҡыҫҡартылды
Вакцина яһау пункттары ҡыҫҡартылды

Республикала  коронавирустан вакцина ҡаҙатыу мобиль пункттары һаны  ваҡытлыса ҡыҫҡартыла.  Сәбәптәре бер-нисә: вакцина яһатыу темпы түбәнәйеүе, эпидемиологик хәлдең көсөргәнешле булыуы арҡаһында медицина персоналын  бушатыу кәрәклеге һәм  көстө амбулатор звеноға йүнәлтеү мөһимлеге.

Бөгөндән  Өфөлә өс кенә  мобиль пункт эшләйәсәк: “Торатау” конгресс-холында (эш ваҡыты сәғәт 9-ҙан 19 сәғәткә тиклем), “Башҡортостан Лайфстайл”  һәм “Мир” сауҙа  үҙәктәрендә ( 13 сәғәттән 19 сәғәткә тиклем).

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сирҙе йоҡтороп ауырығанға ҡарағанда уны иҫкәртеүе еңелерәк. Әлегә вакцинанан дә тәьҫирлерәк сара юҡ. Республикала иммунизацияны тулыһынса 1 165 720 кеше  тамамлаған. Поликлиникаларҙа прививка яһатыу өсөн алдан  регистратураға шылтыратып,   йәиһә Колл-үҙәктең 122 телефоны буйынса, “Дәүләт хеҙмәттәре” (https://www.gosuslugi.ru/) порталы аша яҙылырға мөмкин.

Фото:Fbuz-74.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас