Сәләмәт булайыҡ
29 Сентябрь 2021, 09:00

Бөгөн – Йөрәк көнө

Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге ир-аттыҡына ҡарағанда йышыраҡ тибә, бәлки, шуғалыр ҙа  улар хис-тойғоларға байыраҡтыр... 

Бөгөн – Йөрәк көнөБөгөн – Йөрәк көнө
Бөгөн – Йөрәк көнө

Ҡайҙан килеп сыҡҡан был байрам? Тәүге тапҡыр иҫтәлекле көндө булдырыу кәрәклеген 2012 йылда үткән халыҡ-ара конгреста кардиологтар күтәреп алған.  Донъя лидерҙарын хайран ҡалдырырлыҡ  һандар яңғыраған  был оло сарала. Йыл һайын планетала йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән 18 миллиондан ашыу кеше һәләк була. Ер йөҙөндәге бөтә сирҙәр араһында тап ул – алыштырғыһыҙ “лидер”.

Был көндә табиптар һәм был мәсьәләгә битараф булмаған кешеләр  тирә-яғындағы һәр кемгә,  яҡындарына, дуҫ-иштәренә йөрәкте һаҡлау, уны хәстәрләү тураһында  тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрәсәк. Байрам донъяның йөҙҙән ашыу илендә билдәләнә. Конгреста ҡатнашыусылар үҙҙәренең алдына ҙур бурыс алды: 2025 йылға йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтарын мәғлүмәт кампанияларын йәлеп итеү юлы менән 25 процентҡа  ҡыҫҡартырға. Йөрәк сирҙәрен  һис шикһеҙ иҫкәртергә була, тип иҫәпләй кардиологтар. Рәсәй ҙә был башланғысҡа әүҙем ҡушылды, табиптар был көндә ябай ғына саралар ярҙамында нисек сир хәүефен кәметеү тураһында аңлатасаҡ.

Беҙҙең бәләкәй генә йөрәгебеҙ 24 сәғәт буйына  мотор кеүек өҙлөкһөҙ  эшләй, организм буйлап ҡанды ҡыуҙыра,  ғүмерҙе һаҡлай. Бары уның ҡәҙерен белергә, хәстәрләргә, зарарлы ғәҙәттәр менән уның эшмәкәрлегенә зыян килтермәҫкә кәрәк. Табиптарҙың ябай ғына кәңәштәрен үтәү ҙә йөрәккә яҡшы, файҙалы ял буласаҡ , тимәк, бөтә организмға, кәйефкә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Ғәжәп, әммә факт: ошо кәңәштәрҙе үтәү һөҙөмтәһендә йөрәк сирҙәренән һәм инсульттан  үлем хәүефен 80 процентҡа  ҡыҫҡартырға мөмкин.

Туҡланыу кеше тормошонда мөһим роль уйнай. Рационда тоҙло, шәрбәтле, ҡыҙҙырылған аҙыҡтарҙы, ҡамыр аштарын сикләргә тырышығыҙ. Ярымфабрикаттарҙан әҙерләнгән аҙыҡ, “фаст-фуд” тип йөрөтәбеҙ уларҙы, бауырға һәм ҡан тамырҙарына зарарлы йоғонто яһай, шуға күрә олоғайған һайын йөрәк эшмәкәрлеге менән бәйле проблемалар арта.  Ғәҙәттәге рационығыҙға диңгеҙ һәм йылға балығы, сәтләүек, тәбиғи ондан бешерелгән икмәк, еләк-емеш, йәшелсә өҫтәгеҙ. Аҙыҡты төрләндерегеҙ, көн дә бер төрлө туҡланыу файҙа килтермәй. Самаһыҙ ашауҙың зыянлы икәнен онотмағыҙ.

Йөрәк өсөн   спорт менән даими шөғөлләнеү файҙалы. Ҡан тамырҙарына ла көсөргәнеш кәрәк, йөрәк  тә күнегеү талап итә. Организмға көсөргәнеште яйлап арттыра барығыҙ, сама белмәү зарар ғына килтереүе ихтимал. Төп талап – даимилек. Көндәлек күнекмәләр йөрәккә көсөргәнеште арттырыусы  артыҡ  ауырлыҡтан ҡотолорға ярҙам итәсәк.

Йоҡоноң туймауы сәләмәтлекте ҡаҡшата, гипертонияға йәки йөрәк өйәнәгенә килтереүе ихтимал. Сәләмәт йоҡо өҙөлмәйенсә 6-8 сәғәт дауам итә. Бер үк ваҡытта йоҡларға ятырға ғәҙәтләнегеҙ. Төнө буйы телевизор ҡарау йәки социаль селтәрҙә ултырыу  һеҙҙең файҙаға түгел. Зарарлы ғәҙәттәрҙең йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә килтереүен белмәүселәр юҡтыр ҙа. Алкоголь, тәмәке тартыу тотош организмды ҡаҡшата, шуға күрә йөрәген һаҡларға теләгәндәр уларҙы ҡулланыуҙан арынырға тейеш.

Стрестарға контроллек итергә тырышырға кәрәк. Бөтә тормошобоҙ стрестарҙан тора, унһыҙ йәшәү юҡ. Уның еңелсәһе организмды туплау өсөн  кәрәк, тип иҫәпләй белгестәр.  Әммә оҙайлылары һәм ҡыҫҡа көслө нервы тетрәнеүҙәре  йөрәк ишемияһы хәүефен тыуҙыра. Стрестарҙан ҡасып ҡотолоу әмәле юҡ, шулай ҙа уларға идара итеп була, тип иҫәпләй белгестәр. Медитация, тын алыу күнекмәләре, йога һәм башҡа ғәмәлдәр ярҙамға киләсәк.

Йөрәк – мөғжизәле орган. Өлкәндәрҙең йөрәге 300 грамм ауырлыҡта, яңы тыуған сабыйҙыҡы – ни бары 22 грамм ғына. Уның ҙурлығын белергә теләһәгеҙ, ҡулығыҙҙы усҡа йомоғоҙ,  бына ул һеҙҙең йөрәк дәүмәле! Өлкән кешенең йөрәге минутына 60-85 тапҡыр типһә, сабыйҙың күрһәткесе – 150! Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге ир-аттыҡына ҡарағанда йышыраҡ тибә, бәлки, шуғалыр ҙа  улар хис-тойғоларға байыраҡтыр ҙа.  Йөрәк тамырҙар буйлап ғүмер эсендә  200 миллион  литр ҡан ҡыуа, был 200 цистерна ҡан тигән һүҙ. Шатлыҡ һәм көлөү йөрәккә йәш ҡалырға ярҙам итә, сөнки был тойғоларҙың тамырҙарҙы йомшартыу үҙенсәлеге бар. Ә тәрән ҡайғы, стресс кисереү, киреһенсә, йөрәк мускулдарында көсөргәнеш тыуҙыра, хатта инфарктҡа килтереүе ихтимал.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас