Сәләмәт булайыҡ
29 Сентябрь 2021, 06:00

Белоретта хәл киҫкен

Дауаханалар тулы, ауырыуҙарҙың бөтәһен дә ҡабул итә алмайҙар...

Белоретта хәл киҫкенБелоретта хәл киҫкен
Белоретта хәл киҫкен

Белорет район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, районда коронавирусҡа бәйле хәл көндән-көн киҫкенләшә. Район һәм ҡалала вакцина эшләтеү кимәле түбән, ә ауырыу артҡандан-арта – 28 сентябрь иртәнге сәғәт 8-гә ҡарата ауырыусылар һаны 2256-ға еткән.

– Госпиталь тулы, тик ауыр сирлеләрҙе генә ҡабул итәләр. Амбулатор ауырыуҙар һаны ла артҡандан-арта. Томографҡа сират, планлы операциялар туҡтатылған.

Ковид менән балалар ҙа ауырый. Районда 111 баланың коронавирус менән сирләүе рәсми раҫланған.

Башҡортостандағы дистанцион уҡыуға күскән ете район иҫәбендә беҙ ҙә бар. Әлбиттә, был балалар өсөн уңайһыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп уҡытыусылар, ата-әсәләр вакцина эшләтеүҙе һуҙҙы йәки бөтөнләй баш тартты. Әгәр ҙә хәл үҙгәрмәһә, ситтән тороп уҡыуҙы йыл аҙағына тиклем һуҙырға тура киләсәк.

29 сентябрҙән маршрут такси, сауҙа һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереүе предприятиелары буйынса рейдтарҙы башлайбыҙ – эпидемияға ҡаршы сараларҙы һәм битлек кейеүҙе күҙәтеүҙе тикшерәбеҙ.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Вакцина эшләтегеҙ, вирус бер кемдә лә аямай! – тип социаль селтәр аша хәбәр итте Андрей Иванюта.  

Фото: https://health.bashkortostan.ru/documents/active/285570/

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас