

Тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар 391 кешегә артты. Шулай итеп, республикала сирҙе эләктергәндәрҙең дөйөм һаны 66 459-ға етте.
Әле стационарҙарҙа 733 пациент дауалана, уларҙың 436-һы - алтмыш йәштән өлкәндәр. 34 ауырыу ауыр хәлдә, 13-ө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Амбулатор шарттарҙа 6 310 кеше дауалана, шуларҙың 3 812-һе - алтмыш йәштән өлкәндәр. Тәүлектә 19 ауырыу вафат булған. Вирус ҡорбандарының дөйөм һаны 1 594 тәшкил итә, шуларҙың 1 320-һе – ололар.
Һуңғы тәүлектә пневмония диагнозы 172 кешегә ҡуйылған һәм 160 ауырыу һауыҡҡан.
Республикала иммунизация дауам итә. Вакцина яһатыуҙы тулыһынса тамамлағандар иҫәбе - 1 170 883.
Фото: 123ru. net