Сәләмәт булайыҡ
30 Сентябрь 2021, 11:00

21 кеше вафат булды...

Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар 420-гә етте.

21 кеше вафат булды...21 кеше вафат булды...
21 кеше вафат булды...

Вирус ҡотора, сир йоҡторғандар һаны көндән-көн артыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар 420-гә етте. Республикала пандемия осоронда 66 879 кешегә ошо диагноз ҡуйылды.

 Тәүлек эсендә үлем осраҡтары ла артты, 21 йортҡа ҡайғы килде. Вирус ҡорбандары һаны 1615-кә етте.  Тәүлектә 512 ауырыу һауыҡҡан. Иммунизацияны 1 175 839 кеше тулыһынса тамамлаған. Республикала мәкерле сир яңы көс менән таралыуын дауам итә. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, вакцина яһатығыҙ,  әлегә тынысланырға урын юҡ.

Фото:Горобзор.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас