

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – вакцина яһау темпын арттырыу, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа һәм йәмәғәт транспортында сир йоҡтороуҙы иҫкәртеү мәсьәләләре.
– Бөгөн мин Өфө районындағы Республика клиник йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә булдым. Кешеләр ҡаты ауырый, нигеҙҙә, күбеһе COVID-19 вирусынан вакцина яһатмаған, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, республика буйынса прививка кампанияһы һүлпәнәйә барыуын күрәбеҙ. 1 октябргә Башҡортостан халҡының кәм тигәндә 80 процентын прививкаларға тейеш инек, ғәмәлдә 50 процентҡа ғына үтәнек. Тимәк, планды үтәмәйбеҙ. Ә был бит абстракт һандар ғына түгел, ә теүәл математик иҫәп. Бары ошо күрһәткестәргә өлгәшеп кенә коллектив иммунитетҡа киләсәкбеҙ һәм ғәҙәттәге тормошҡа ҡайтасаҡбыҙ.
Хөкүмәт вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин прививка кампанияһы башланғандан алып республикаға 1 759 308 доза вакцина алынғанын белдерҙе. 30 сентябргә 1 282 792 кеше прививканың беренсе компонентын яһатҡан. 1 175 839 кеше вакцина эшләтеүҙе тулыһынса тамамлаған.
"Сентябрҙән кешеләрҙең йәйге ялдан, каникулдан һуң уҡыу һәм хеҙмәт коллективтарына ҡайтыуы сирҙең таралыуына килтерҙе, шул иҫәптән 14 йәшкә тиклемге уҡыусылар, 65 йәштән өлкәндәр араһында. Айырыуса вакцина яһатмағандар ныҡ сирләй, – тине Максим Забелин. – Тәүлегенә 400 ауырыу сиген үттек. Һуңғы тәүлектә 420 кеше сирҙе йоҡторған. Коронавирустан 21 үлем осрағы теркәлде".
Радий Хәбиров министрлыҡтарға һәм ведомстволарға вакцина яһатыу темпын арттырыу буйынса аныҡ саралар тәҡдим итергә, йәмәғәт транспортында, мәҙәниәт, спорт, мәғариф учреждениеларында битлек режимын күҙәтеүҙе контролләргә, иҫкәртеү сараларын көсәйтергә ҡушты. Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек режимы тураһындағы указына тейешле үҙгәрештәр индереләсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.